Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
13 Октябрь 2023, 09:10

“Затыбыҙҙа оҫта ҡуллы кешеләр күп”, ти Зилә Лира

Бер көн минең кейеҙ баҫҡанымды күҙәтеп ултырған әсәйем: "И-и-ий, хәс әсәйемә оҡшап йөрөйһөң”, - тине күҙ йәштәрен һөртөп. “Үҙ эшенең оҫтаһы булды өләсәйең," - тип тағы тынып ҡалды. Көтәм, хәҙер һүҙен дауам итәсәк...

“Затыбыҙҙа оҫта ҡуллы кешеләр күп”, ти Зилә Лира
“Затыбыҙҙа оҫта ҡуллы кешеләр күп”, ти Зилә Лира

Ярата инем әсәйемдең шулай хәтирәләргә бирелеп, тарих бәйән иткәнен. Хәҙер инде әсәйем юҡ был донъяларҙа, ә ул һөйләгән тарихи ваҡиғалар һаман хәтерҙә. Ул өйрәткән ҡул эштәре - яратҡан шөғөлдәрем.

Ә бала сағымдың иң йылы хәтирәләре олатайым менән бәйле. Ул тарихсылар һәм фольклорсылар өсөн табыш булды. Буласаҡ ғалим Мөхтәр Сәғитовҡа Тамъян ырыуы бейе Шағәле Шаҡмандың ерләнгән урыны тураһында беренсе булып минең олатайым һөйләй. Күпме халыҡ уйындары тураһында белә ине ул! Шуларҙың береһе - "Ашыҡ" уйыны. Олатайымдың матур, ентекле итеп аңлата, һөйләй белеүе арҡаһында мин был уйын тураһында күп нәмә беләм һәм уны тергеҙеү тураһында хыялланам. Ашыҡ уйнау беҙҙең ғаиләбеҙ ағзаларының ғына түгел, һәр башҡорттоң йолаһына әүерелеүен теләйем. Шулай уҡ олатайым беҙгә йыш ҡына ата-бабаларыбыҙ тураһында һөйләне. Шуға шәжәрә төҙөү ҙә беҙҙең ғаилә традицияһына әйләнгән. Мин, мәҫәлән, әсәйем яғынан шәжәрәмдең 24 быуынын беләм. Әлеге көндә атайым яғынан шәжәрәмде барлау өҫтөндәмен.
Әсәйемдең атаһы Яхъя олатайымдың әкиәт урынына һөйләгән хикәйәттәрен тыңлап үҫтем мин. Олатайым Бүгәсәү һуғышы, аҡтар-ҡыҙылдар хаҡында һөйләй, халыҡ йырҙары тарихын ер-һыу атамаларына бәйләп бәйән итә, ә мин хәтеремә һалып ҡалдырырға тырышам. Тик барыбер бик бәләкәй булғанмын шул, күп нәмәләр иҫемдә ҡалмаған. Саҡ ҡына ҙурыраҡ булһам, әллә күпме нәмәне яҙып алыр инем, ни тиклем мәғлүмәт киткән олатайым менән, тип көйәләнәм. Ул баҡыйлыҡҡа күскәндә мин икенсе синыфты ғына тамамлаған инем.
Беҙ Тамъян ырыуының Дүмәйҙәр араһынан. Бәләкәй саҡта "дүмәй"ҙең ни икәнен аңлатыуын һорап олатайыма мөрәжәғәт иттем. Баҡһаң, бик ҡыҙыҡлы тарих икән. Затыбыҙҙа оҫта ҡуллы кешеләр күп. Ҡатын-ҡыҙҙар шәл һуҡҡан, кейеҙ баҫҡан, ҡорама ҡораған, сарыҡ-ситек, тула-кейеҙ ойоҡтар етештергән, кейем-һалым теккән, бәйләгән. Ир-егеттәр, иһә, ағас-тимер эшендә алдынғы булғандар. Ысынлап та, туған-тыумаса араһында барыһы ла һүрәтте матур төшөрәләр, ҡул эштәрендә оҫталар, йыр-бейеүгә лә маһирҙар.
Ун туғыҙынсы быуат урталарында Иҙел башы баҙарына ата-бабаларымдың бер оҫтаһы ағас эштәрен һатырға алып барған. Унда ла тик ултыра алмай, ағастан төйгөс юнып ултыра икән. Ябай төйгөстөң төйгөсөн суҡлап-семәрләп тороп, бик оҫта итеп эшләп ултырғанын күреп бер урыҫ: "Поди-ка, думай", - тип, тел шартлатып аптырап, күҙәтеп торған. Эргәһендә торған башҡорттар "дүмәй" тип маҡтаны тигәндәр ҙә арабыҙға ошо исемде йәбештергәндәр. Шул осорҙан алып беҙ дүмәйҙәр булып йөрөйбөҙ.
Әсәйемдең ағаһы, Ҡаһир апам (1931 йылғы), бар яҡтан да килгән талант эйәһе булды. Ул беҙҙең аралағы беренсе профессиональ рассәм дә - 1950-се йылдар аҙағында Ленинградҡа барып художниктар курсын уҡып ҡайтҡан кеше. Бер-нисә тиҫтә йыл рәттән Белорет районының Үҙән сельсоветында төшөрөлгән барлыҡ һүрәт, яҙыу-һыҙыу уның ҡулы менән эшләнде. Хәтеремдә, пионер отрядыбыҙ Зоя Космодемьянская исемен йөрөтә ине, ә бына герой ҡыҙҙың портретын табыу ҙур мәшәҡәт тыуҙырҙы. Мин үҙебеҙҙең отряд председателе булараҡ, яуаплылыҡты өҫтөмә алып, апамдан, герой ҡыҙҙың һүрәтен эшләп биреүен һораным. Китаптағы бәләкәй генә рәсеменә ҡарап, шул тиклем матур итеп эшләп бирҙе. Үҙем дә һүрәт төшөрөү менән мауыҡһам да, уның кеүек булдыра алмай инем әле. Әйткәнемсә, ағас эшенә лә оҫта булды. Апам эшләгән һандыҡтар күпме ҡыҙҙы кейәүгә оҙатты икән? Үҙем дә ул эшләгән һандыҡ менән кейәүгә сығып киттем. Өйөбөҙҙөң тәҙрә ҡапҡастарын да ул эшләп бирҙе. Хәйер, бер беҙгә генә эшләмәне. Ә үҙенең өйөн ҡурсаҡ йорто кеүек йыйнаҡ итеп төҙөп алды.
Талантының тағы бер ҡыры музыка донъяһы булды. Ғүмер буйы Белорет районының Ҡаһарман ауылында клуб мөдире булып эшләне. Ете төр музыка ҡоралында уйнаны, нимәһе ҡыҙыҡ, уларҙың барыһында ла үҙ көсө менән уйнарға өйрәнде - хатта фортепианоны ла үҙләштерҙе. Ун бер йәшлек кенә һеңлеһенән дә (әсәйемдән), һуңынан улы Ғәлимдән дә музыкант яһай ул. Бер туған ҡустым Вәлит Ҡаһир апаһын да уҙҙырҙы - уның ҡулына килеп эләккән бөтөн нәмә - ябай таяҡ, йә буш шешә лә, музыка ҡоралына әйләнә ине...
Өйҙә һәр ваҡыт пластилин булды һәм бар. Теләһә ниндәй ҡатмарлылыҡтағы статуяны йәки йәнһүрәт персонажын "һә" тигәнсе эшләп ҡуябыҙ. Бер нисә йыл элек карвинг менән дә ҡыҙыҡһынып киттем һәм емеш-еләк, йәшелсәләрҙән матур фигуралар, сәскәләр эшләү менән мауыға башланым. Байрам өҫтәлен биҙәү өсөн әле лә ошо эш менән шөғөлләнәм.
Сигергә лә, бәйләргә лә, тегергә лә бик иртә өйрәндем. Өсөнсө-дүртенсе кластарҙа уҡығанда әсәйемдең апайы Сәғиҙә инәйем беренсе булып энә менән бәйләү серҙәрен төшөндөрҙө. Уның ҡыҙы Рәхимә апайым кәзә мамығын эшкәртеп матур шәлдәр бәйләй ине. Уға ярҙам иткән арала был һөнәрҙе лә үҙләштерергә өлгөрҙөм. Әле булһа яратып бәйләйем: энә менән булһынмы, ырғаҡ менәнме - барыһы ла оҡшай. Оҙон юлға сыҡҡанда, гастролдәрҙә ҡулымда һәр саҡ бәйләм була. Бәйләнгән кейемдәремдең барыһы ла үҙ ҡулым емештәре.
Әсәйем шул тиклем оҫта сигә һәм ырғаҡ менән бәйләй ине. Унан ҡалған ҡомартҡыларым да етерлек. Шулар араһында иң ҡәҙерлеләренең береһе - сигелгән бәләкәй мендәр тышы. Уны мин тыуғас, сигеп баш аҫтыма һалған. Өс балаһына ғына түгел, һәр тыуған ейән-ейәнсәренә бүләк итә ине шул мендәр тыштарын. Икәүләп эшләгән эштәребеҙ ҙә бар.
Ә шулай ҙа, мине иң ылыҡтырғаны - ул кейеҙ. Кейеҙ еле ҡағылған миңә, тием һәр саҡ. "Кейеҙ ене ҡағылған" тигәнде яратмайым. Ен ҡағылмаһын беҙгә, ел ҡағылһын, наҙлап, яратып, һөйөп кенә.
Кейеҙсе өләсәйемдең сифаттары күскәндер миңә. Үҙен хәтерләмәйем дә тиерлек, ә ҡан хәтере көслө икән... Ысынында, әсәйем яғынан барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙар ҙа тиерлек кейеҙ оҫталары булғандар.
Беренсе тапҡыр кейеҙгә тотоноуым 2001 йылда булды. 2015  йылдан алып был һөнәрем көндәлек эшемә әйләнде, тиһәм дә булалыр. Шул ваҡыттан алып гастролдәрҙә йөрөгәндә лә оҫталыҡ дәрестәре үткәрә башланым, сөнки белгәндәремде кешегә өйрәтеү теләге тынғы бирмәй. Хәҙерге көндә тула баҫырға, шәл, балаҫ һуғырға өйрәнеп алдым. Хыялым - өләсәйемдең һуғылған шәлен тергеҙеп алыу. Ул шәл заманында һыуыҡ клубтарҙа, ҡунаҡханаларҙа яурынымдан төшмәне. Өләсәйем ҡомартҡыһын әхәздәп йөрөтмәйем әле, тип ауылда ҡалдырып киттем бер мәл. Шул йылы әсәйем дә миндә, ҡалала, ҡыш сыҡты. Ҡар иреп бөтөп ауылға ҡайтҡас, шәлгә көйә төшкәнен күреп, ултырып иланым...

Әлеге көндә беҙҙең балалар өлкән туғандарынан ҡул эштәрен өйрәнә, һәләттәрен арттыра, аш-һыу бешереү нескәлектәрен теләп үҙләштерә, шуға ла мин ышанам, был һөнәрҙәр быуындан-быуынға тапшырыласаҡ, юғалмаясаҡ. Шөкөр, оҫталар бөгөн дә затыбыҙҙа күп.
Әлбиттә, һәр ғаиләнең үҙ йолалары, үҙ байрамдары, әммә шул ҡиммәттәрҙе тергеҙеү, бергә йыйыу, халыҡҡа өйрәтеү беҙҙең йәшәйешебеҙҙең нигеҙе.

Зилә Лира.

“Затыбыҙҙа оҫта ҡуллы кешеләр күп”, ти Зилә Лира
“Затыбыҙҙа оҫта ҡуллы кешеләр күп”, ти Зилә Лира
“Затыбыҙҙа оҫта ҡуллы кешеләр күп”, ти Зилә Лира
“Затыбыҙҙа оҫта ҡуллы кешеләр күп”, ти Зилә Лира
Автор:Т. Баһауетдинова ҡуйҙы.
Читайте нас: