Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
30 Сентябрь 2023, 15:00

Туризм өсөн районда мөмкинлектәр ҙур

Туризм – райондың иҡтисади үҫешенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе. Район хакимиәте башлығының иҡтисад, ағас эшкәртеү һәм туризм буйынса урынбаҫары Артур Ғәлин менән ошо хаҡта әңгәмәләштек.

Туризм өсөн районда мөмкинлектәр ҙур
Туризм өсөн районда мөмкинлектәр ҙур

-Бөрйәнде күрергә теләүселәргә ниндәй ял итеү урындары эшләй?

-Бөрйән үҙенең географик, тәбиғәт һәм һауа шарттары буйынса бик үҙенсәлекле район. Район биләмәһенең 42,7 проценты айырыуса һаҡланған биләмәләр. Бөрйән районында 9 айырыуса һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре бар - Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы, “Шүлгән-Таш” ҡурсаулығы, “Башҡортостан” милли паркы, «Алтын солоҡ», «Әсебар» заказниктары, бәрҙе балығын һаҡлаусы Оло һәм Кесе Бешәке йылғалары. Районыбыҙ башҡорт халҡының тарихи, мәҙәни үҙенсәлектәрен һаҡлаған бик күп тәбиғәт ҡомартҡыларына (Йылҡысыҡҡан күле, Мәсем, Атайсал тауҙары, Бабсаҡ Бей ҡурғаны һәм башҡалар) бай. Киң билдәле “Урал Батыр”, “Аҡбуҙат” эпостарындағы ваҡиғалар ҙа беҙҙең ерлеккә бәйле.

Морат туғайындағы “Ағиҙел” муниципаль унитар предприятиеһы (“Аҡбуҙат” турбазаһы), “Бөрйән”, “Каповатур”, «У Каповой» турбазалары, “Башҡорт иле” КФХ-һы, “Олоғужан” туҡталҡаһы һәм башҡа ойошмалар уңышлы эшләй.

“Күҙәмбәт” ерлегендә 15 кешелек “Инсебикә” турбазаһы асылды (ШЭ Р. Кинйәбаев), 8 кешелек глэмпинг төҙөлдө. Шәхси эшҡыуар Г. Григорьева Ишдәүләт ауылында 12 кешегә “Сәйәхәт”, А. Дәүләтбаев - 14, И. Ейәнбаев 15 урынлыҡ ял базаһы астылар. Морат туғайы ерлегендә башҡорт тирмәләрендә 3 дөйөм туҡланыу урындары эшләп килә. Динар Байегетов Ағиҙел йылғаһы буйлап ағып төшөү һәм Өфөнән Бөрйән районына автомобиль турҙары, Наил Ғәлин “Бурзянтур Матур” ойошмаһын булдырып, Ағиҙел ярҙары буйлап ағып төшөү, атта йөрөү һәм “Мәсем” тауына сәйәхәт ойошторалар.

Ырғыҙлы ауылында Егор Почуев 4 глэмпинг, Мәндәғол ауылында Азамат Хәлиуллин - 6, Флүр Ғазин – 15 (“Мәсемхан Сәйәхәт”), Азамат Халиҡов 10  урынлыҡ (“Аzimut-tur”)  ял базалары төҙөнө, Тәлғәт Усмановтың дөйөм туҡланыу нөктәһе эшләп килә.

Инсебикә ҡаяһы итәгендә Ирина Шәмиғолованың 35 урынға тәғәйенләнгән йәйге кафеһы һәм 10 урынлыҡ ял базаһы сафҡа инде. Рөстәм Талиповтың палаткалар ҡаласығы эшләп килә.

 

(Тулы вариант гәзиттең 39-сы һанында).

Автор:Ә. Юлсурина
Читайте нас: