Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
14 Сентябрь 2023, 15:50

Эш ҡыуаныс килтерһен өсөн теләк һәм тырышлыҡ кәрәк!

Бөрйән районы мәшғүллек үҙәгендә “Эш ҡыуаныс килтерһен” (“Работа в радость”) тигән сираттағы сара үтте. Сараға мәшғүллек үҙәгенең элекке клиенттары – үҙәк йүнәлтмәһе буйынса үҙҙәренең хыялдарындағы эштәрен асып, бөгөнгө көндә уңышлы эшләп йөрөүселәр килде. Уларҙың ыңғай үрнәге эшһеҙ граждандарға матур миҫал булырлыҡ.

Эш ҡыуаныс килтерһен өсөн теләк һәм тырышлыҡ кәрәк!
Эш ҡыуаныс килтерһен өсөн теләк һәм тырышлыҡ кәрәк!

Әйтәйек, З. Ғәбиҙуллина мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт иткәс, уға үҙ уңыш траекторияһы тәҡдим ителгәйне: башланғыс өсөн мәшғүллек үҙәгенең йүнәлтмәһе буйынса һөнәри ҡайтанан әҙерлек үтеү программаһы буйынса уҡып алыу, унан бизнес-план эшләү.

Мәшғүллек үҙәге белгестәре менән гражданиндың уртаҡ эше һөҙөмтәһендә бизнес-план уңышлы яҡланды, эшһеҙ граждан шәхси эшҡыуар булып теркәлде, бизнесын үҫтереүгә һәм “Лайм” матурлыҡ салонын асыуға финанс ярҙамы алды.

В. Ҡолдәүләтова ла ҡыҙыҡлы тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Ул мәшғүллек үҙәгенең финанс ярҙамы менән туризм йүнәлеше буйынса үҙ эшен асҡан. Виктория кеүек әүҙем кешеләр өсөн тәү сиратта үҙ эшең менән булышыу мөмкинлеге тәҡдим ителгәйне.

Сарала шулай уҡ райондың уңышлы эшләп йөрөгән эшҡыуарҙарының береһе Г. Григорьева ҡатнашты. Ул бизнес алып барыу, клиенттар менән мөғәмәлә итеү, етәкселек итеү тәжрибәләре менән уртаҡлашты, үҙенең эшенән бер нисә миҫал килтерҙе.

Эшҡыуарҙарҙың мәшғүллек үҙәге ярҙамы менән бизнеста, үҙҙәренең эшендә яулаған уңыштары сарала ҡатнашҡан эшһеҙ граждандарҙы дәртләндереп ебәрҙе.

Сара бик сағыу һәм файҙалы булды.

Эш ҡыуаныс килтерһен өсөн теләк һәм тырышлыҡ кәрәк!
Эш ҡыуаныс килтерһен өсөн теләк һәм тырышлыҡ кәрәк!
Эш ҡыуаныс килтерһен өсөн теләк һәм тырышлыҡ кәрәк!
Эш ҡыуаныс килтерһен өсөн теләк һәм тырышлыҡ кәрәк!
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: