Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
1 Сентябрь 2023, 18:10

Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй... йәки Шағирә Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның Сочи ҡалаһында күргән-кисергәндәре...

...Тора-бара эшемде юғары баһалап, миңә стажерҙар бирә башланылар. Белорусиянан Татьяна бик ихлас ҡатын ине. “Песняры” репертуарынан “Беловежская пуща”ны йырлап ебәргәйнем, эшен ташлап мине тыңларға ултырҙы. Мари ҡатыны ла ҡыҙыҡ булып сыҡты. “Һеҙҙең халыҡ сихырға оҫта, һин нисек?” – тигәйнем, “Үҙемә оҡшаған ирҙәрҙе сихырлап маташтым. Тик һуңғы ваҡыт булышмай башланым. Сихырҙың тиҫкәре яғы ла күп”, –  тип яуап бирҙе.

Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй... йәки  Шағирә Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның Сочи ҡалаһында күргән-кисергәндәре...
Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй... йәки Шағирә Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның Сочи ҡалаһында күргән-кисергәндәре...

Мине тәүҙә дүрт йондоҙло отелдең бәләкәй генә тынсыу бүлмәһенә индерҙеләр. Бытовка тип атала инде хеҙмәткәрҙәр телендә. Ул һәр ҡатта урынлашҡан. Киң кәштәләргә айырым-айырым простынялар, юрған тыштары, ҡул, бит, мунса таҫтамалдары һалынған. Бер яҡ ситтә – ап-аҡ халаттар, запас мендәрҙәр, төрлө размерҙағы юрғандар. “Твин” – бәләкәй карауатҡа йәйелә, “кинг” – ҙур карауатҡа. Кинг Конгты беләһеңме? Шунан иҫеңдә ҡалдыр,” – тип аңлата башҡорт ҡыҙы Гөлгөнә. Артабан инвентаркаға керәбеҙ. Бында бер ҡат кейелә торған аҡ тапочкалар, шампунь, гель, йәшел һәм ҡара сәй, төрлө-төрлө кофе, шәкәр, тараҡ, ҡырынғыс, теш йыуырға паста менән щетка,  һ.б, һ.б. Ошоларҙың барыһын да ҙур ғына пластик арбаға тейәгәс, һөйрәүе ауыр булып китте. Юрған тыштары, бигерәк тә кингтар, ныҡ һәлмәк. Ярты литрлыҡ һыуҙарын да бер ыңғай егермешәр итеп алырға кәрәк. Быларҙан тыш арба ҡыйығына төрлө химия менеп ҡунаҡлай. R 1-ҙән R 12-гә тиклем. Уларҙың һәр береһенең нимә йыуырға тотонолоуын иҫтә ҡалдырырға кәрәк. Тәҙрә, бәҙрәф, һауыт-һаба, ванна, иҙән... айырым-айырым химия менән таҙартыла. Ҡулға һәр ваҡыт бирсәткә кейелә.

“Ауыл балаһына нимә ул? Ғүмер буйы өй йыйыштырыла!” – тип эре генә уйлаһам да, бер аҙнала һурыға, ябыға башланым. Физик эш ныҡ арытҡас, нисек йоҡлап киткәнеңде һиҙмәй ҙә ҡалаһың.

Супервайзер ҡыҙҙар, Вика менән Кристина, һәр горничнаяның номерҙарға нимә тотоп ингәнен-сыҡҡанын видеокамеранан күҙәтә. Коридорҙа сәй, кофе, һыу эсһәң йә һөйләшеп торһаң, шелтәләп, шылтырата һала. Нисек кенә микроскоп аҫтында булһаҡ та, буш номерҙарҙы йыуғанда йыйыла һалып, көлөшөп, мәрәкәләшеп кофе эсеп алырға форсат таба торғайныҡ.

Вика менән Кристина йыш ҡына беҙгә тренинг үткәрә. Ҡунаҡтар менән туғаныңдай күреп йылмайып һөйләшергә кәрәк. Номерҙа өҫтәлде һөрткәндә әйберҙәрен ҡуҙғатмаҫҡа, таҫтамалдарын иҙәнгә һелтәһәләр, икенсеһен ҡуйырға. Көн ашалаш постель алыштырыуҙы ҡунаҡтар өнәп етмәй. Беҙгә лә көнөнә ун бишәр комплект күтәреп йөрөү, һәр карауатта уларҙы түшәү, юрғанға кейҙереү анһат түгел. Ҡағиҙә шулай булғас, ни хәл итәһең. Мин мендрәрҙе өйҙәгесә ҡаҡҡылап-һуҡҡылап ҡабартып ултыртып ҡуйғайным, Вика: “Һин шулайтып билмәнгә әйләндерә лә ҡуяһың”, –  тип көлә-көлә уны текә генә итеп баҫтырырға өйрәтеп бирҙе. Һәр нәмәнең үҙ яйы бар икән дә. Простыняны бер сырышһыҙ түшәү ҙә ҙур оҫталыҡ талап итә. Ә юрған тышын бер-ике секундта кейҙереп ҡара! Карауатҡа юрғандың башын тыш яҡҡа ҡайырып һалһаң – яңы түшәлгән, эс яҡҡа бөгөп ҡуйһаң – тотонолған икәнен күрһәтә...

 

Тәнзилә Дәүләтбирҙина.

(Тулы вариантын “Таң” гәзитендә уҡығыҙ).

Автор:Т. Баһауетдинова ҡуйҙы.
Читайте нас: