Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
15 Август 2023, 18:00

Бик тәмле сөгөлдөр салаты

Кәрәк була: 5 кг сөгөлдөр, 1,5 кг помидор, 500 г болгар боросо, 500 г һуған, 3 баш һарымһаҡ, 2 аш ҡалағы тоҙ, 1 стакан шәкәр, 1 стакан 6 проценты аш һеркәһе, 400 г үҫемлек майы. Ҡышҡылыҡҡа бына тигән салат! Уны икмәккә һылап та, былай ҙа ашарға мөмкин, ашҡа ҡушырға ла була. Ә салат еңел генә әҙерләнә.

Бик тәмле сөгөлдөр салаты
Бик тәмле сөгөлдөр салаты

6 литр (12 ярты литрлыҡ банка) салат сыға.
Сөгөлдөрҙө, помидорҙы, болгар боросон, һуғанды, һарымһаҡты таҙартып, йыуабыҙ һәм ит турағыс аша үткәрәбеҙ. Аш һеркәһенән башҡа барлыҡ үрҙә яҙылған ингредиенттарҙы бергә ҡушып болғатып, ҡайнап сыҡҡандан алып 1 сәғәт талғын утта бешерәбеҙ. Көймәһен өсөн йыш-йыш болғатып торорға кәрәк. Һыу өҫтәмәйбеҙ, барыһы ла үҙ һутында ғына быға.

Бешеп сығып килгән мәлдә аш һеркәһе өҫтәйбеҙ. Эҫе килеш стерилләнгән банкаларға тултырып, ҡапҡаслап нығытабыҙ. Унан банкаларҙы баштүбән әйләндереп теҙеп, ныҡлап төрөп һыуытабыҙ.

Ҡышҡылыҡҡа бына тигән салат! Уны икмәккә һылап та, былай ҙа ашарға мөмкин, ашҡа ҡушырға ла була.

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: