Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
12 Август 2023, 15:00

Солоҡ ағасына тамға һуғыу тәртибе

Йәки ни өсөн бөгөн был тәртипте ҡайһы берәүҙәр үтәмәй?!

Солоҡ ағасына тамға һуғыу тәртибе
Солоҡ ағасына тамға һуғыу тәртибе

Башҡорт халҡы борон-борондан солоҡсолоҡ кәсебенә бик һаҡсыл ҡарашта булған - урмандың яҙылмаған ҡағиҙәләрен теүәл үтәгән. Әммә был ҡағиҙәне һанға һуҡмаусылар элек тә булған, бөгөн дә бар. Борон шундайҙарҙың береһе берәй ҡырын эш эшләп тотолһа, солоҡсолар кәңәшкә йыйылған һәм ул кешегә язаһын билдәләгән. Яза ҡаты, әммә ғәҙел булған. Шуға элек эш боҙоусылар бик һирәк осраған.

- Ҡортсо урманы ҙур булдымы икән?

- Борон һәр ҡортсо үҙ урманының ҙурлығын хәленә ҡарап үҙе билдәләгән. Ололар һөйләүенсә, ул сама менән өс саҡырымдан артмаған. Әйтәйек, бөгөн Илһам Маликов үҙ урманын ошолай билдәләй ала – “минең урман оло юлдан Ағиҙел йылғаһына ҡарай сыҡмай, Йомағужин Рөстәмдең урманы сиге буйлап төнъяҡҡа табан фәлән ергә хәтлем һуҙыла”. Боронғо тәртип буйынса, башҡалар Илһам Юлай улының был ҡарарына хөрмәт менән ҡарарға бурыслы һәм уның урманына уның рөхсәтеһеҙ инмәҫкә тейеш. Әлбиттә, емеш-еләк йыйыу, утын-бесән эшләү өсөн рөхсәтһеҙ инә ала, ә бал ҡорто эше менән – юҡ. Ошондай тәртип булғанда ғына Илһам үҙ урманында тыныс күңел менән йөрөй ала. Урмандың ошо мөйөшөнә мин хужа, тип иркенләп эшләйәсәк ул.

Солоҡ ағасына тамға һуғыу тәртибе
Солоҡ ағасына тамға һуғыу тәртибе
Автор:Әғләм Шәрипов.
Читайте нас: