Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
3 Август 2023, 15:50

Әйҙәгеҙ, алманан ҡаҡ ҡояйыҡ!

Айгөл Фөйзуллина интернетта алманан ҡаҡ ҡойоу серҙәре менән бүлешә: -Өләсәйем беҙ иҫ белгәндән алып ҡаҡ ҡойоуға оҫта ине. Килештереп кенә, йәтеш кенә таҡталарға төрлө-төрлө ҡаҡтар ҡойҙо.

Әйҙәгеҙ, алманан ҡаҡ ҡояйыҡ!
Әйҙәгеҙ, алманан ҡаҡ ҡояйыҡ!

Аҙаҡ әҙер ризыҡтар уның семәрле ағас шкафына инеп урынлаша, йәиһә, өрлөк буйына буйлатып ҡатылған урҙаһына элеп ҡуйыла ине... Рабиға өләсәйҙең ҡулындағы бихисап көмөш беләҙек, йөҙөктәрҙең ризыҡ әзерләгәндә бер-береһенә төкөп сыңлаған сыңы һаман ҡолағымда... Бигерәк эшкә тилбер булды. Ә әҙерләгән ризыҡтары шундай татлы ғына, үҙе кеүек ҡупшы ғына ине.
Вәт шул ҡаҡтарын ауыҙ һыуы ҡойолоп, туйгансы ашағы килеп көтөлә бит инде. Әммә ююююҡ... Ул ризыҡ бик ҡәҙерле, зиннәтле генә шууу.... Ауырыған мәлдәрҙә, йәки күңел болғанһа, йәки берәй йомошон үтәү бурысы ҡуйылғанда, йәки уның янына иптәшкә ҡуна барғанда ғына, бер йотомлап ҡына сығарылып, ҡәҙерләп тапшырыла. Иххх, уның тәмееее! Шул мәлдәрҙе көтөп кенә йөрөлдө инде...
Күреп, ашап үҫкәнгәлер, ҡаҡ ҡойоу беҙҙең өсөн ят күренеш түгел. Хәҙер, Аллаға шөкөр, барыбыҙ ҙа ҡоябыҙ, яратып ҡулланабыҙ. Минең малайҙар ҡыш буйы һөйрәп йөрөп ашай.
Еләктән һәм алманан ҡоям күберәген. Сөнки әрһеҙерәк күп булған емеш кәрәк уға.

Бөгөн АЛМА ҠАҒЫ ҡойғайным. Күптәрҙең һорауы буйынса әҙерләү ысулын яҙып китәйем.
-Алмаларҙы матурлап йыуаһың.
-Ҡайнаған һыуға һалып бер аҙ ғына быҡтырып, йомшартып алаһың. Оҙаҡ тоторға ярамай, сөнки бөтөнләй ярылып, формаһы боҙола. Алма һалынған һыу урғып ҡайнап сығыуға, алмаларҙы һөҙөп алаһың.
-Артабан инде кемдер иләк аша үткәрә, мин соковыжималка аша үткәрәм. Ҡабығы, төштәре барыһы ла айырым сығарыла.
-Ошо әҙер массаны яҡшылап бутайһың һәм майлы таҡталарға тигеҙ итеп йәйәһең.
-Ҡояшлы һәм еләҫ урында 3-4 көн тотаһың. Бер аҙ һурыҡҡас, өҫтөнә бөжәктәрҙән йәшереп тюль һалырға була. Аҙаҡ ипләп кенә айырып алаһың.
-Еләктән эшләгәндә, туранан-тура үткәрәһең дә, йәйәһең.

Әйҙәгеҙ, алманан ҡаҡ ҡояйыҡ!
Әйҙәгеҙ, алманан ҡаҡ ҡояйыҡ!
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: