Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
31 Июль 2023, 15:45

Ағиҙел буйлап турҙар ойоштора

Бөрйәндә туризм йылдан-йыл үҫешә, киң билдәлелек яулай, ял итеүселәр һаны ла артыу өҫтөндә. Һуңғы арала Ағиҙел йылғаһы буйлап катамаран-кәмәләрҙә ағып төшөүҙәр йыш ойошторола. Бөрйән тәбиғәтен күрергә теләүселәр өсөн төрлө турҙар тәҡдим ителә. Шулар араһында Илнур Шәмиғоловтың “АGIDEL_TOUR_02” туристик маршруты быйыл ихлас эшләй.

Ағиҙел буйлап турҙар ойоштора
Ағиҙел буйлап турҙар ойоштора

Баҙал биҫтәһе егете Илнур Иҫке Собханғол мәктәбендә 9-сы класты тамамлағандан һуң Өфөлә күп профилле колледжда адаптив физик культура уҡытыусыһы һөнәренә уҡый. Физик мөмкинлектәре сикләнгән балалар менән эшләү уға оҡшай, әммә һөнәре буйынса эшкә урынлашырға тура килмәй. Ул күңеленә ятҡан эш асыу тураһында уйлана. Такси хеҙмәтендә эшләп алғандан һуң тыуған ил алдындағы изге бурысын намыҫ менән үтәп ҡайта. Такси хеҙмәтендә эшен дауам итһә лә һәр саҡ эҙләнеү юлында була ул. «Apple» тауарҙарын һатыу менән шөғөлләнә. Был кәсебе уңышлы бара, әммә ҡыҙыҡһыныуы юғала. Егет аҡса эшләүҙең төрлө ысулдарын һынап ҡарай. 8 март байрамдарында ләлә сәскәләрен һатыуҙы ла уңышлы кәсеп тип һанай ул. Миҙгел бизнесында һәйбәт табыш алып, сығымын ҡаплауға өлгәшә.

2020 йылдан Ағиҙел буйлап ағып төшөүҙәр ойоштора башлай. Иң тәүҙә алған катамарандарын һатып, яңынан сифатлыларын алыуға өлгәшә. Яйлап, иптәш егеттәр, дуҫтары ярҙамы менән эшен яйға һалып ала.

-Быйылғы миҙгелде май байрамдарынан һуң астыҡ. Быйыл маршрутыбыҙ Иҫке Собханғолдан Мәндәғолға, Мәндәғолдан Шүлгәнгә тиклем. 1-3 көнлөк турҙар ойошторабыҙ. Туристар күбеһенсә Татарстандан, ҙур ҡалаларҙан, төбәктәрҙән киләләр. Катамарандарҙы ҡуртымға ла биреп торам.

Моторлы кәмәлә 1 көнлөк ВИП-турҙар ҙа тәҡдим итәм. Емеш-еләкте генә һатып алам, ҡалған бөтә ризыҡтарҙы бешереп ашатабыҙ. Милли йәйәнән уҡ атыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре, аттарҙа йөрөтөү үткәрелә. Туристарҙың теләктәрен ҡәнәғәтләндерергә тырышабыҙ. Район тарихын, иҫтәлекле урындарҙы, ер-һыу атамаларын яҡшы белеү кәрәк. Ҡунаҡтар Бөрйәндең тәбиғәтенә һоҡланып ҡайталар. Әлбиттә, таҙалыҡ тураһында ла онотмайбыҙ. Күптәр туристарҙың үҙҙәренән һуң сүп-сар ҡалдырыуҙары тураһында һөйләй. Беҙҙең осраҡта талаптар ҡәтғи. Бөрйәндә туризм өлкәһе ныҡлап үҫешә башланы, - ти йәш эшҡыуар.

Барлығы 5 кешегә эш урыны булдырған  Илнур. Ике ашнаҡсы, ике инструктор ағыуҙа эшләһә, бер кеше - SMM-менеджер уның социаль селтәрҙәрҙәге эшен алып бара.

Ең һыҙғанып, дәртләнеп эшкә тотонған Илнур был башланғыс менән генә туҡталып ҡалырға йыйынмай. Яҡын киләсәктә эшҡыуарлыҡ эшен тағы ла йәйелдереп ебәрергә ниәтләй. Мәндәғолдан ер алып, өй, гәпхана төҙөй башлаған. Илнур кеүек заман менән бергә атлаған, аралашыусан, ҡыйыу, егәрле йүнселдәр булғанда   ауылдың, райондың киләсәге ышаныслы.

Автор:Альфина Юлчурина
Читайте нас: