Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
6 Июль 2023, 13:00

Иҫке Монасип мәктәбенә ҡырағай хайуандар эйәләшкән

Эйе, эйе, улар хәҙер мәктәп хеҙмәткәрҙәре булдырған "Бөрйән урманы" паркында "йәшәй".

Иҫке Монасип мәктәбенә ҡырағай хайуандар эйәләшкән
Иҫке Монасип мәктәбенә ҡырағай хайуандар эйәләшкән

Тәү ҡарашҡа ысын урман йәнлектәре тип уйларһың Гөлфирә Көнәфинаның был ижад емештәрен. Мәктәп директоры Данил Ҡотлобаевтың идеяһы менән булдырылған парк мәктәп биләмәһенә айырыуса йәм өҫтәй.

Эшкә нисек тотонғандары тураһында Данил Камил улы бына нимәләр яҙған үҙ сәхифәһендә:

"Кеше йөрәге - ул башҡа кеше үтә алмаҫлыҡ ҡәлғә. Әммә ошо ҡәлғәне ниндәйҙә булһа ла юлдар, ысулдар менән яулап алыусы – ул шәхес. Ҡәлғәне инде үҙенең аҡылы, ялҡынлы һүҙе, иманының ныҡлығы һәм күрһәткән хеҙмәте менән ала алһа – ул инде, әлбиттә, оло шәхес!

Аҙмы, күпме мәктәптә эшләгән дәүер эсендә коллегаларымдың һәр ҡайһыныһының шәхес икәненә инандым. Беҙ үҙ шәхестәребеҙҙе күтәрергә, баһаларға тейешбеҙҙер, тип уйлайым. Киләсәктә һәр береһе тураһында тәфсирләп айырым яҙып, таныштырып үтергә тырышырмын. Әлегә һүҙем Иҫке Монасип мәктәбендә күңелен биреп, бөтә көсөн һалып эшләп йөрөүсе Гөлфирә Азат ҡыҙы Көнәфина тураһында булыр.

Һәләте булған оҫталарға электән һоҡландым һәм һоҡланам. Кешене урын биҙәмәй, ә кеше эшен биҙәй тигән кеүек, мәктәп алдын матурлау, киләһе быуынға нимәлер ҡалдырыу маҡсатында үҙебеҙҙең Бөрйән урманында йәшәгән йәнлектәрҙән торған парк эшләү уйы башыма килде. Гөлфирә Азат ҡыҙына был турала әйтеүем булды, "беҙ булдырабыҙ" тигән һүҙе мине тағы ла дәртләндереп ебәрҙе. Кәрәкле материалдарҙы йүнләп алыу менән эш башланып та китте. Башта Гөлфирә Азат ҡыҙы йәнлек, ҡоштарҙың һындарын төшөрөп сыҡты, ә оҫта ҡуллы Кәрим Рәүхәт улы Бикмәтов уларҙы "һә" тигәнсә тейешенсә итеп бысып та ҡуйҙы. Бына шунан һуң ысын мәғәнәһендә мөғжизә башланды ла инде. Гөлфирә Азат ҡыҙының тылсымлы ҡулдарынан әленән-әле яңы йәнлектәр ҡойоп ҡуйыла барҙы. Һәр береһе айырым һоҡланыуға лайыҡ ижад емеше. Бөгөнгө көндә мәктәбебеҙ егеттәре был йәнлектәрҙе ыҡсым ғына итеп урынлаштырып та ҡуйҙы. Ана шулай күмәк көс менән "Бөрйән урманында" исемле паркыбыҙ барлыҡҡа килде. Был йәнлектәр ашамай, эсмәй әммә ижад һәм матурлыҡ өлгөһө булараҡ хайран итә. Бына шундай һоҡландырғыс шәхес ул беҙҙең Гөлфирәбеҙ!"

Автор:Г. Хафизова.
Читайте нас: