Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
7 Июнь 2023, 16:50

Үҙ эшен асырға теләүсегә дәүләт ярҙам күрһәтә

Бөрйән районында йәшәүсе Ильяс Асҡаров бала сағынан ағас эшен яратҡан. 2021 йылда ул үҙ эшен асырға ҡарар итә һәм шунда уҡ АСПК буйынса документтар тапшыра һәм үҙ эшен асыуға субсидия алыуға өлгәшә. Был аҡсаға төп средстволар һәм эш ҡоралдары һатып ала. Тулыраҡ – артабан.

Үҙ эшен асырға теләүсегә дәүләт ярҙам күрһәтә
Үҙ эшен асырға теләүсегә дәүләт ярҙам күрһәтә

Ильяс продукцияны заказ буйынса эшләй. Эшендә, нигеҙҙә, ҡарағай һәм имән ағастарын ҡуллана. Ул төрлө тауарҙар етештерә. Улар араһында шкафтар, карауаттар, табуреткалар, өҫтәлдәр, ағастан картиналар, аш-һыу бүлмәһе өсөн йыһаздар бар.

Халыҡтан заказдар күп, ә эшләгән бинаһы бәләкәй. Шуға 2022 йылда Ильяс сығымдарының бер өлөшөнә субсидия юллау маҡсатында Бөрйән районы хакимиәтенә мөрәжәғәт итте.

Сентябрҙә үткән “Эшҡыуар сәғәте”нә Ильяс үҙенең производствоһын киңәйтеү проектын сығарҙы. Һөҙөмтәһе – столяр цехы төҙөү өсөн төҙөлөш материалдары һатып алыуға субсидия алды. Әлеге ваҡытта был цех төҙөлөү өҫтөндә. Тиҙҙән бында яҡшы һәм ныҡлы оҫтахана барлыҡҡа киләсәк.

Эшҡыуарға уңыштар теләйбеҙ.

Үҙҙәренең ҡыҙыҡлы проекттарын тормошҡа ашырырға теләгән Бөрйән районы кешеләрен район хакимиәтендәге “Эшҡыуар сәғәте”ндә көтөп ҡалабыҙ. Бәйләнеш өсөн телефон: +7 927 936-55-02.

 Илфат Ғәлин, Бөрйән районы буйынса бизнес-шәриф.
Группа для общения Радия Хабирова с бизнесом төрөкөмө мәғлүмәттәре файҙаланылды.

 

Үҙ эшен асырға теләүсегә дәүләт ярҙам күрһәтә
Үҙ эшен асырға теләүсегә дәүләт ярҙам күрһәтә
Үҙ эшен асырға теләүсегә дәүләт ярҙам күрһәтә
Үҙ эшен асырға теләүсегә дәүләт ярҙам күрһәтә
Үҙ эшен асырға теләүсегә дәүләт ярҙам күрһәтә
Үҙ эшен асырға теләүсегә дәүләт ярҙам күрһәтә
Үҙ эшен асырға теләүсегә дәүләт ярҙам күрһәтә
Автор:Тәржемә менән Т. Баһауетдинова әҙерләне
Читайте нас: