Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
24 Май 2023, 12:30

Бөрйән оҫтаһының эштәре белгестәрҙе лә ҡыҙыҡһындыра

Бөрйән районының Мәҡсүт ауылынан Мөхәррәм Нәҙершинды ағас һындар әҙерләү оҫтаһы итеп беләбеҙ.  Ул «Шүлгән-Таш» мәмерйәһендәге, республика музейҙарындағы йөҙҙән ашыу объекттың авторы. Мөхәррәм Мөхәмәтғәле улы шулай уҡ солоҡсолоҡ, балыҡсылыҡ менән дә шөғөлләнә. Йырҙар ижад итә, үҙе лә матур йырлай. Тулыраҡ (һәм фотолар) – артабан.

Бөрйән оҫтаһының эштәре белгестәрҙе лә  ҡыҙыҡһындыра
Бөрйән оҫтаһының эштәре белгестәрҙе лә ҡыҙыҡһындыра

Республика халыҡ ижады үҙәге хеҙмәткәрҙәре Мәҡсүттә булып, Мөхәррәм Нәҙершиндың шөғөлө менән ҡыҙыҡһынғандар.
Ағастан төрлө һындар эшләүгә күңел һалған оҫта төрлө һындарҙы нисек эшләүе, ниндәй ағастар ҡулланыуы, уларҙы нисек киптерергә кәрәклеге хаҡында бәйән иткән.

Оҫта “Шүлгән-Таш” мәмерйәһе музейындағы, республика музейҙарындағы 100-ләп объекттың авторы. Бынын тыш, ул балыҡсылыҡ, солоҡсолоҡ менән дә шөғөлләнә.

-Йыйылған материалдар, ныҡлап өйрәнелгәндән һуң, Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының матди булмаған мәҙәни ҡомартҡылары реестрына индереүгә тәҡдим ителәсәк, - тип хәбәр итә белгестәр.

Бөрйән оҫтаһының эштәре белгестәрҙе лә  ҡыҙыҡһындыра
Бөрйән оҫтаһының эштәре белгестәрҙе лә  ҡыҙыҡһындыра
Бөрйән оҫтаһының эштәре белгестәрҙе лә  ҡыҙыҡһындыра
Бөрйән оҫтаһының эштәре белгестәрҙе лә  ҡыҙыҡһындыра
Бөрйән оҫтаһының эштәре белгестәрҙе лә  ҡыҙыҡһындыра
Бөрйән оҫтаһының эштәре белгестәрҙе лә  ҡыҙыҡһындыра
Бөрйән оҫтаһының эштәре белгестәрҙе лә  ҡыҙыҡһындыра
Бөрйән оҫтаһының эштәре белгестәрҙе лә ҡыҙыҡһындыра
Автор:Т. Баһауетдинова тәржемә менән әҙерләне
Читайте нас: