Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
13 Март 2023, 08:20

Бөткән ауылға йән өрәләр

Айыҡ ауыл исеменә дәғүә итеүсе Исламбай ауылының бер төркөм ир-егеттәре был бөткән ауыл урынында – Бикташта йылҡы үрсетәләр. Хәйер, унда халыҡ ял итергә лә йөрөй икән... Был туралы тулыраҡ – артабан.

Бөткән ауылға йән өрәләр
Бөткән ауылға йән өрәләр

 

Исламбай ауылынан 15 саҡырым алыҫлыҡта ятҡан хозур тәбиғәтле Бикташ тигән тәбиғәт ҡомартҡыһы бар. Унда ҡасандыр ауыл булған. Ул Нөгөш йылғаһының таҙалығы, тәбиғәтенең матурлығы менән үҙенә тартып тора.

Бикташ, ауылдаштарыма, йылҡы малы тотоу өсөн уңайлы урын. Беҙҙең ауылда йылҡы малы тотмаған кеше юҡ. Хәҙерге көндә Бикташта Мырҙағолов Нәғим ағайҙың биш улы Фәһим, Заһит, Әнүр, Ғәзим, Ғәзинур, Айбулат Мырҙағоловтар күпләп йылҡы малы көтәләр. Ә ауылыбыҙ йәштәре ошо тәбиғәт ҡосағында йәйен-ҡышын ял итергә, Нөгөш йылғаһында балыҡ тоторға яраталар..
Йәш ғаиләләрҙең ялының бер көнө булһа, Мырҙағоловтар өсөн матур тәбиғәт ҡосағында ҡәҙимге эш көнөнөң бер көнө.
Бына шулай, йәштәребеҙ эшләй ҙә ял итә лә беләләр беҙҙә.

Флүзә Әхмәтйәнова, Исламбай ауылы китапханасыһы.

Бөткән ауылға йән өрәләр
Бөткән ауылға йән өрәләр
Бөткән ауылға йән өрәләр
Бөткән ауылға йән өрәләр
Бөткән ауылға йән өрәләр
Бөткән ауылға йән өрәләр
Автор:
Читайте нас: