Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
13 Февраль 2023, 09:10

Яңыны иҫке күтәрә!

Ҡолғанала йәшәүсе шиғри күңелле Зәйтүнә апай Айытбаева - ҡул эштәре оҫтаһы ла. Тегә, бәйләй, сигә... Бынау һүрәттәге әйбер – яңы эштәренең береһе. -Иҫкергән әйберҙәрҙе ташламай, ҡырҡып, ошондай әйберҙәр бәйләү бик отошло. Иҫке әйбер ҙә бөтә, тотонорға ла йәтеш. Был - минең яңы эшем, - ти ул. Зәйтүнә апайҙың ҡул эштәре тураһында фотоһы һәм шиғыры менән сайтта танышырһығыҙ.

Яңыны иҫке күтәрә!
Яңыны иҫке күтәрә!

ЙӘН ДАУАҺЫ.

Бәйләмемә төрлө нағыш һалып,
Серле йомғаҡтарҙы мин һүтәм.
Бәйләм бәйләй-бәйләй уйым менән
Ғүмерем юлын яңынан мин үтәм.

Үҙ- үҙемде еңә алмағанда
Ҡулдарыма алһам бәйләмем,
Хәсрәттәрем шунда тағатыла,
Уйҙар китә уйға бәйләнеп.

Йөрәк көҫәгәндә наҙ, иркәләү,
Болоҡһоған саҡта күңелем,
Ҡулдарыма алам бәйләмемде,
Баҫыр өсөн йөрәк әрнеүен.

Бәйләмемдә минең күҙ нурҙарым,
Хәсрәттәрем, һағыш, хистәрем,
Уға һыйған шатлыҡ- ҡыуанысым,
Унда - хыялым, өмөттәрем.

Йәйғор төҫө балҡый бәйләмемдә,
Ҡояш нуры унда сағыла,
Йәнгә дауа бирә бәйләмдәрем,
Тылсымлы көс унан ағыла.
Ижади күңелле Зәйтүнә апайға уңыштар, сәләмәтлек теләйбеҙ.

Яңыны иҫке күтәрә!
Яңыны иҫке күтәрә!
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: