Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
13 Февраль 2023, 09:00

Оҫтаның да оҫтаһы ул!

Был сәнғәт әҫәре кемдең эше, тиһегеҙҙер. Ҡул эштәренең һәр төрлөһөнә маһир, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн биҙәүестәр, мамыҡтан ҡурсаҡтар һ.б. бихисап әйберҙәр яһай ул. Кәрзин үрергә лә өйрәнеп алған тырыш ханым. Кем тураһындамы һүҙ? Яуап һәм фотолар – сайтта.

Оҫтаның да оҫтаһы ул!
Оҫтаның да оҫтаһы ул!

Уңғандың ҡулы бишәү, тип Иҫке Собханғол ауылында йәшәүсе Таңһылыу Балдыбаева һымаҡтар тураһында әйткәндәрҙер.

-Хәҙерге интернет заманында яңы һөнәр отоп алыуы ҡыйын түгел.
Әлбиттә, сығымдар талап ителә. Ваҡыт та кәрәк.
Бер нисә йыл элек кенә, балалар ҡасан үҫә лә, ҡасан төнөн йоҡо туйҙарам инде, тип хыяллана торғайным. Хәҙер кәрзин үрәм тип йоҡларға ятҡы ла килмәй, - ти Таңһылыу Балдыбаева.

Оҫтаның да оҫтаһы ул!
Оҫтаның да оҫтаһы ул!
Оҫтаның да оҫтаһы ул!
Оҫтаның да оҫтаһы ул!
Оҫтаның да оҫтаһы ул!
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: