Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
20 Ғинуар 2023, 16:25

Яратҡан эш ялҡытмай, ти ул

Район үҙәгендәге «Ирис» салон-бөҙрәханаһын күптәр үҙ итеп өлгөргән. Өс йылдан ашыу шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән Гөлфинә Усманова сәстәрҙе матурлау буйынса хеҙмәттәр күрһәтә.

Яратҡан эш ялҡытмай, ти ул
Яратҡан эш ялҡытмай, ти ул

-Бәләкәйҙән сәс менән булышыу оҡшай торғайны. Үҫә төшкәс, апайҙарымдың, әхирәттәремдең сәстәрен киҫтем, үҙемә лә төрлө прическалар яһарға яраттым. Мәктәптә уҡығанда апайымдың ҡолағын да тишеп ҡараным, - ти эш тәжрибәһен бәләкәйҙән туплаған ҡыҙ.

Бала саҡ хыялына тоғро ҡалып, юғары уҡыу йортондағы уҡыуын да хатта ҡалдыра. Күңеленә яҡын һөнәренә уҡып ала һәм бер тапҡыр ҙа үкенмәй. Киреһенсә, яратҡан эше менән шөғөлләнеүенә ҡыуанып бөтә алмай. Декрет ялындағы буш ваҡыттарын файҙаланып, башта өйөндә ҡабул итә. Оҙаҡламай ошо йүнәлештә үҙ эшен асып ебәрә. Бындай етди эшкә тотонорға тәүәккәллек иткән Гөлфинә егәрлелеге, тырышлығы менән уңыштарға өлгәшә.

-Иртәнсәктән кискә тиклем эшләйем. Ялым бер генә көн һәм ҡайһы ваҡыт көнө буйына аяҡ өҫтө торорға тура килә. Ләкин эштән бер ваҡытта ла арып ҡайтҡаным юҡ. Яратҡан эш ялҡытмай, тиҙәр бит. Кешеләр ҡәнәғәт, риза булып сыҡһалар минең дә күңелем күтәрелеп, тағы ла дәртләнем китәм, - ти сәс ҡырҡыу оҫтаһы.

Йәш эшҡыуарҙың эштәрендә артабан да уңыштар юлдаш булһын!

 

 

Автор:Гулиза Хафизова
Читайте нас: