Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
18 Ғинуар 2023, 19:00

"Лайм" матурлыҡ бүләк итә

Бөгөнгө көндә районда ҡатын-ҡыҙҙар өсөн салон-студияларҙа матурлыҡ буйынса байтаҡ  ҡына хеҙмәттәр күрһәтелә. Шуларҙың береһе - Салауат урамында урынлашҡан «Лайм» матурлыҡ йорто.

"Лайм" матурлыҡ бүләк итә
"Лайм" матурлыҡ бүләк итә

Бында ҡаштарҙы оҙайлы ваҡытҡа буяу, биҙәү, визаж, макияж эшләү, тырнаҡ сервисы, косметолог хеҙмәте, сәсте киҫтереү, прическа эшләү, буятыу хеҙмәттәре тәҡдим ителә. 

Матурлыҡ йорто хужаһы Зөмәрә Ғәбиҙуллина оҫта ҡыҙҙарҙы бергә туплап, күптәнге хыялын тормошҡа ашырған - ҡатын-ҡыҙҙар өсөн бер урында бер-нисә хеҙмәттән торған салон булдырыуға өлгәшкән.

Был йүнәлеш буйынса эшен 2017 йылда башлай. Балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләп, өсөнсө улына декрет ялында ултырған ваҡытта өҫтәмә килем алыу тураһында уйлана һәм керпек үҫтереүгә уҡып алып, клиенттарын өс йылдай өйөндә ҡабул итә. Артабан Өфөлә парикмахер һөнәрен үҙләштерә. Бер юлы визажистҡа ла уҡып сыға.

-Сәстәрҙе дөрөҫ тәрбиәләргә кәрәк. Аҙнаһына бер тапҡыр маска эшләү, йыуғандан һуң бальзам ҡулланыу мөһим. Был средстволар беҙҙә лә һатыла, магазиндарҙағыға ҡарағанда сағыштырмаса осһоҙораҡ  та. Бөҙрәханаға килгәндә сәстәрҙең таҙа, йыуылған булыуы мотлаҡ. Сөнки таҙа сәстәрҙе ҡырҡыуы ла еңел, уларҙы киҫеү, матурлап һалыу уңышлы килеп сығасаҡ. Шәхсән үҙем һәр клиенттың тәүҙә сәсен йыуам, унан һуң ғына киҫеүгә күсәм. Буяу һайлағанда төҫ клиенттың йөҙөнә килешле булырға тейеш. Ҡыҙҙар сәстәрен әле модала булған көлһыу төҫкә буятырға теләп мөрәжәғәт итәләр. Ҡара сәсле башҡорт ҡыҙҙарына был төҫ, беренсенән, килешмәҫкә мөмкин, икенсенән, буяу тәүҙә үк сәскә тейешле төҫтә һеңмәйәсәк. Сәстәрҙе буятҡандан һуң махсус тәрбиә талап ителә. Шампунь менән генә ҡулланғанда сәс матурлығын юғалтасаҡ.  Бөрйәндә һыу ҡаты, ә был сәс өсөн бик яҡшы түгел. Шуға күрә ябай шампунь урынына, сәстәр буялмаған булһа ла, «буялған сәстәр өсөн» тигән шампунь менән йыуырға кәңәш итер инем. Ул сәстең структураһын боҙмаҫҡа ярҙам итә.

Макияжды башлыса төрлө байрам сараларына эшләтәләр. 

Оҫта ҡыҙҙарым да бүҙ эштәрен яҡшы башҡаралар. Яңы технологиялар, материалдар ярҙамында сифатлы хеҙмәт күрһәтергә тырышабыҙ. Ҡаш эшләү оҫтаһы кешенең йөҙ пропорцияһын иҫәпкә алып, тейешле формула буйынса иҫәпләп, ҡаштарға форма бирә. Тырнаҡ буяу оҫтаһы беҙгә тиклем Өфөлә эшләгән, тәжрибә туплаған ипле, әҙәпле ҡыҙ. Тырнаҡтарҙы сифатлы, ныҡ итеп эшләй. Айына бер тапҡыр Өфөнән битте таҙартыу буйынса мастер килә, - ти Зөмәрә. 

(Тулы вариант гәзиттең 1-се һанында)

Автор:Гулиза Хафизова
Читайте нас: