Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
8 Октябрь 2022, 11:00

"Яуымбай икмәге" тигән даны бар

Бөгөнгө көндә район үҙәгендә йәшәүселәр генә түгел, ауылдыҡыларҙың да байтағы икмәкте магазиндан һатып ала. Халыҡ араһында бигерәк тә «Яуымбай икмәге»нең даны таралған.

"Яуымбай икмәге" тигән даны бар
"Яуымбай икмәге" тигән даны бар

Икмәкхананың хужалары - Рәмил һәм Кристина Ҡарасуриндар. Ғаилә башлығы күптән крәҫтиән-фермерлыҡ эшен алып бара. Хужалығында  30 баштан артыҡ йылҡы һәм һыйыр малы бар. Миҙгел ваҡытында ҡымыҙ етештереү менән дә шөғөлләнәләр.

Кристина тормош иптәшенең төп ярҙамсыһы, кәңәшсеһе, һәр башланғысын хуплап торған уңған хужабикә. Балалары булғанға тиклем Байназар мәктәбендә хореограф булып эшләгән ҡыҙҙың декрет ялында ултырғанда үҙ эшен асыу теләге уяна. Башта Яуымбайҙа төҙөлөш магазины асырға уйлай. 2020 йылда Исмәғилевтарҙың пекарняһы һатылғанын ишетеп ҡалыу менән уны алырға ҡарар итәләр. Һәм үкенмәйҙәр – әлеге мәлдә хужабикә башкөллө икмәк бешереүҙе ойоштороу эшенә сумған һәм кәрәкле хеҙмәт башҡарыуы менән үҙен бәхетле итеп тоя.

-Йәмғеһе алты кешегә эш урыны булдырылды. Икмәк бешереүселәр көн аша сменалап эшләйҙәр, бер алмашсыбыҙ бар. Уларҙың барыһы ла эш тәжрибәһе туплаған, хеҙмәтенә яуаплы ҡараған апайҙар. Эш көнөбөҙ киске сәғәт 6-ла башлана һәм төнгө 4-кә тиклем дауам итә. Икмәк бешереүселәргә эш араһында 2 сәғәт ял бирелә. Көнөнә 4,5 тоҡ ондан 6 мейестә 432 икмәк бешереп алабыҙ. Иртәнсәк яңы бешкән икмәктәрҙе водителебеҙ Юнир Назаров район үҙәгенә һәм ауылдарға таратып сыға. Тәмле икмәк бешереүҙең беҙҙә бер ниндәй ҙә сере юҡ. Бары тик ҡамыр ризыҡтарын бешергәндә күңелдә ыңғай уйҙар, яҡшы кәйеф булырға тейеш тигәнде иҫтә тотоп, икмәк бешереүҙең һәр этабына яуаплы ҡарап, барыһын да урын-еренә еткереп башҡарырға тырышабыҙ. Икмәктең сифаты онға ла бәйле. Әле Магнитогорск һәм Ҡаҙағстан ондарынан бешерәбеҙ. Ҡамырҙың күпмәй ыҙалатҡан, икмәктең уңмаған осраҡтары ла булғыланы. Ул ваҡытта һатып алыусылар алдында үҙемде бик уңайһыҙ тоям һәм оҙаҡ онота алмай йөрөйөм. Ундай хәлдәрҙе башҡаса булдырмаҫ өсөн тырышып эшләйбеҙ,  - тип эш барышы менән таныштырҙы пекарня хужаһы Кристина Алексеевна.

 

Тулы вариант гәзиттең 40-сы һанында.

Автор:Гулиза Хафизова
Читайте нас: