Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
20 Август 2022, 11:00

Уңғандың ҡулы ун

Интернет заманында йәшәйбеҙ – алыҫ ҡитғаларҙағы ғына түгел, күршеләге хәлдәрҙе лә үҙенән түгел, телефон  аша белеп-күреп, тыңлап-ҡарап ултырабыҙ. Ғәлиәкбәр уңғаны Алһыуҙың аллы-гөллө сәскәләре араһында төшкән фотоһын да социаль селтәрҙә күреп хайран булғайныҡ.

Уңғандың ҡулы ун
Уңғандың ҡулы ун

Шулай ҙа үҙ аяғың менән барып, үҙ күҙҙәрең менән  күреп, үҙ ҡулдарың менән яҙғанға етмәй, барыбер.

Ғәлиәкбәрҙә ике ҡатлы өйҙө тиҙ таптыҡ. Ҡапҡаһын асып инеү менән сәскә, дөрөҫөрәге, петуниялар плантацияһына юлыҡтыҡмы ни – уларының ниндәй генәһе үҫмәй бында: бәрхәттәре, ал, ҡыҙыл, аҡ, тимгеллеһе, шәмәхә төҫөндәгеһе, ҡан ҡыҙылы, күге, һарыһы, алы, хатта ҡарағусҡылы...

Петунияларҙан тыш та сәскәләр бихисап һәм күп төрлө. Пиондар инде уҡаларын ҡойған, рудбекиялар ҡояштай янып ултыра, арыҫлан ауыҙҙарының да баҙрар мөҙҙәте үтеп бара икән. Георгиндарҙың, флоксыларҙың, лилиәләрҙең  бер нисә төрө бар.

 

(Дауамы гәзиттә)

Уңғандың ҡулы ун
Уңғандың ҡулы ун
Автор:Айһылыу Ғарифуллина
Читайте нас: