Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
19 Август 2022, 14:00

Баҙҙарҙы тултырыр мәл

Уңғандың ҡулы ун, эше уң инде уның. Мораҙым ауылынан Нурсилә Тулыбаева ла аласыҡта ҡышҡылыҡҡа банкалар ябыу менән мәшғүл. Ҡыяр-помидорҙан ассортилар, төрлө емеш-еләктән компоттар, ҡайнатмаларҙың инде бер нисә партияһы баҙҙың төпкөлөнә үк төшөп ҡунаҡлаған, ҡайһылары  әҙер килеш иҙәндә сират көтә.

Баҙҙарҙы тултырыр мәл
Баҙҙарҙы тултырыр мәл

“Йәшелсә быйыл уңды, шөкөр. Хаҡлы ялдағы кешенең эше шул инде – бешерәбеҙ-төшөрәбеҙ, тоҙлайбыҙ, ҡайнатабыҙ. Ирем Ғәфүр бесәндә. Мин оло йәштәге ҡәйнәмде ҡарап өйҙә ҡалам. Кәзә-һарыҡ көтәбеҙ. Байназарҙа йәшәгәндә кәзә һөтөнән ҡымыҙ эшләп рәхәтләнә инек, бында кәзәләр ҡайтмай ҙа ҡуя. Ике тиҫтә бройлер тауыҡтарым ҙурайышып килә. Баҡсала ла эш етәрлек.

 

(Тулыраҡ - гәзиттә)

Автор:Айһылыу Ғарифуллина
Читайте нас: