Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
15 Август 2022, 11:00

Ҡымыҙҙары тәмле, үҙҙәре егәрле

Ҡымыҙ етештереүсе Ҡунафиндарҙың йәйләүенән кеше өҙөлмәй. Күп балалы ғаиләлә ҡыҙҙар әсәһенә алмашлап ярҙам итәләр. Иң бәләкәстәре -  4-сене тамамлаған  Фәнзилә иһә һәр ваҡыт әсәй янында. Бейә эймәһә, йәһәт кенә ҡолонон ҡуша, аҙаҡ айыра, бейәләрҙе һауын урынына индерергә, сығарырға йүгереп йөрөп ярҙам итә.

Ҡымыҙҙары тәмле, үҙҙәре егәрле
Ҡымыҙҙары тәмле, үҙҙәре егәрле

Иҫке Монасип уңғандарының эш барышы менән танышыу өсөн оло юл буйында урынлашҡан хужалыҡтарына йүнәлдек.

-Быйыл йәйләүҙә эште һуңыраҡ башланыҡ. Ауылдан иртәнсәк киләбеҙ ҙә кискә ҡайтабыҙ. Көтөүселәребеҙ һәйбәт. Әҡсән Әйүпов менән Нур Муллағолов алмашлап эшләйҙәр. Кискеһен бейәләрҙе ҡолондарына ҡушып, иртәнсәк беҙ килеүгә айырып торалар. Ҡымыҙҙы иртәнге сәғәт 11-ҙән һата башлайбыҙ, эш көнөбөҙ киске 7-лә тамамлана. Бейәләрҙе көнөнә  4 тапҡыр һауам. 30-40 литрҙай һөт сыға. Ҡымыҙҙы һораусылар бик күп, етештереп кенә өлгөр. Ҡайһы берәүҙәр һөт килеш тә алып китәләр. Иң ҡыйыны - һатып алыусыны, ҡымыҙ бөттө, тип буш ҡул менән сығарыу. Күмәртәләп алыусылар күп. Туйҙарға, тыуған көндәргә, байрамдарға  алдан заказ бирәләр. Даими һатып алыусы туристарым да бар. Шүлгәнгә ял итергә килгәндәрендә юл ыңғайы заказ бирәләр ҙә, ҡайтышлай алып китәләр. Ҡыҙҙарым һәр ваҡыт эргәлә, улар менән эш күпкә еңелләшә, - тип һөйләне Йәмилә апай, 7-8 йыл тотонған 3 батманындағы ҡымыҙын алмаш-тилмәш бешә-бешә.

 

Тулы вариант - гәзиттә 

Автор:Г. Хафизова
Читайте нас: