Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
15 Август 2022, 10:05

Балы тәмле-татлы, эше ҡатлы-ҡатлы

Татлы бал ашайым, тиһәң дә елкәң ҡалын булыу кәрәк шул.  Мораҙым ауылында йәшәүсе Тимерғәлиндар – элек-электән ҡортсолар. Морат ағайҙың балалары хәҙер атаһының эшен дауам итә.

Балы тәмле-татлы, эше ҡатлы-ҡатлы
Балы тәмле-татлы, эше ҡатлы-ҡатлы

Ауыл осондағы тау итәгендә урынлашҡан Дамир һәм Фәриә Тимерғәлиндарҙың күркәм йорто.

Бәләкәй өйҙөң тупһа аҫтындағы ярығын да  сепрәк менән томалап ҡуйғандар – бал борған ергә теге нәҙекәйбилдәр кескенә тишектән дә инеп маташа.

“Әле 2 көн генә бал борҙоҡ, унан бесәнгә төшөп киттек. 3 баш һыйыр, ҡолондары менән 4 баш йылҡы          малы бар”, - тип ҡабалана-ҡабалана хәбәрен теҙә йөк машинаһының кабинаһына  - киленен,  арбаһына ҡыҙҙарын ултыртып, бесән эшләүгә кәрәк монаятын тейәп алған йорт хужаһы. Өфөлә йәшәүсе Риталары  бесән эшләшергә ҡайтҡан. Ауыл мәктәбендә физкультуранан уҡытыусы ҡыҙҙары Гөлфиә, ҡырҙа балалар табибы булып эшләүсе килендәре, улдары ла – бесән эшендә төп ярҙамсы.

“Ҡорт килеме менән йәшәйбеҙ инде. Әле икебеҙ ҙә хаҡлы ялға сыҡмағанбыҙ, ауылда эш тә юҡ. 1985 йылда ғаилә ҡорҙоҡ. Ҡайным бүләк итеп ике баш ҡорт биргәйне, шунан үрсене лә китте. Фатихалы, бәрәкәтле булғандыр. Әле 50 башлап ҡортобоҙ бар, Аллаға шөкөр. Ике көндә 3 литрлыҡ банка менән 40 банка бал бороп алдыҡ. Банкаһын 3 мең менән килеп алып ҡына торалар. Әле бына Себерҙекеләр балды ҡарап тороп борҙороп алып киттеләр. Электән булған клиенттарыбыҙ бар. Мәскәүҙән, Дағстандан, Тольяттиҙан киләләр.

 

(Тулыраҡ гәзит биттәрендә уҡырһығыҙ)

Автор:Айһылыу Ғарифуллина
Читайте нас: