Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
11 Август 2022, 15:55

“Әгәр сит илдә булһа, мин был тиклем хәстәрлекте аңлар инем, Башҡортостанда бындай мөнәсәбәткә күнегелмәгән...”

“...Иң күңелгә ятҡаны, әлбиттә, хужабикә Гөлфиә Григорьеваның беҙҙе оҙаҡ күрешмәй торған, көтөп алынған ҡунаҡтар һымаҡ ҡаршы алыуы. Һис шикләнмәйсә әйтә алам: тормош юлымда был тиклем дә ихлас, ябай, киң күңелле, күп белгән, зауыҡлы, матур кешене осратҡаным юҡ ине әле. Бер ауыҙ сит һүҙҙәр ҡушмайынса, матур итеп саф башҡортса һөйләшеүсе, халҡыбыҙҙың барлыҡ матур сифаттарын үҙендә һыйҙырған кеше ул Гөлфиә!” Был һүҙҙәр Ябаҡ (Ишдәүләт ауылы) ауылында “Сәйәхәт” тигән этнойорт асҡан Гөлфиә тураһында. Районда туризм сәскә атһын, халыҡ өсөн аҡса сығанағына әйләнһен, кешене ылыҡтырырлыҡ булһын, тиһәк, турбазаларға тап Гөлфиә һымаҡ хужалар кәрәк! “Сәйәхәт”тә ял итеп киткән бер ханымдың тәьҫораттары шуға ишара. Был хаҡта – артабан.

“Әгәр сит илдә булһа, мин был тиклем хәстәрлекте аңлар инем, Башҡортостанда бындай мөнәсәбәткә күнегелмәгән...”
“Әгәр сит илдә булһа, мин был тиклем хәстәрлекте аңлар инем, Башҡортостанда бындай мөнәсәбәткә күнегелмәгән...”

 “...Ашҡынып барам Бөрйәнгә, ҡайтышлай уҡ һағынып ҡайтам. Тәү Ата менән Тәү Әсә - Йәнбикә менән Йәнбирҙе төбәгенә күңелем тартып ҡына тора. Унда бар чакралар асылып, тәнгә энергия тула башлауын тоям.

Был юлы унда барып юлығыу өсөн байтаҡ тырышырға тура килде. Бөрйәндең барлыҡ турбазалары, ҡуныу, туҡталҡа урындары тулы икән дә! Шулай ҙа ниәтемдән ҡайтмайым, нишләптер иң яҡшы вариант беҙҙе көтәлер кеүек тойола. Һәм шулай булып сыҡты ла! Осраҡлы ғына Этноөй "Сәйәхәт" тураһында мәғлүмәт килеп юлыҡты. Номерын һорап бер нисә кешегә хәбәр яҙам, шул арала һәр кеменән яуап алам. Хужабикәгә төбәп яҙам: "Урын бармы?" - "Юҡ шул..."
"Бәлки, берәй бүлмә табылыр? Беҙ күмәк түгел. Тыуған көнөмдө Бөрйәндә ҡаршыларға теләгәйнем..."  “Ярай, килеге”ҙ.
Тәүҙә ышанмай торам әле. Шылтыратып һорайым. Ысын. "Ниндәй теләктәрегеҙ бар?" - ти. “Ҡымыҙ, бал, бал балы. Бәлки, сплавҡа да сығырбыҙ”, тим.

Һуңынан тағы ла шылтыратышабыҙ. "Сәмиға, мин һине ҡарап барам бит ул, - ти Гөлфиә. - Һин шунда-шунда эшләй инең, минең һеңлеләрем менән бергә уҡының,". Бер тирәлә уҡыған, аралашҡан Йәнгүзәл менән Зәлифәнең апалары икән! Мөмкин булһа, иртәрәк килегеҙ, катамаран килтерттем, инструктор бар, бала менән ишеүе ҡыйын булһа, ирем ярҙам итергә әҙер, ти. Әҙерәк уңайһыҙ ҙа булып китте был тиклем киң күңеллелектән. Әммә барыһы ла алда булған икән әле! Инйәрҙән шылтыратабыҙ: "Әсәй, мин Инйәрҙә", - тигән булам (кем юморзы аңланы?)

- Ҡабаланмай, ипләп кенә килегеҙ, йәме? Мунса әҙер. Һуңлап килгәс, сплавҡа төшмәҫһегеҙ инде, шулай ҙа бала менән йөрөргә тип кәмә килтереп ҡуйҙым. Үҙебеҙ ҡаршы алырбыҙ, - ти.

Әгәр сит илдә булһа, мин был тиклем хәстәрлекте аңлар инем, шулай ҙа Башҡортостанда бындай мөнәсәбәткә күнегелмәгән булғас, тағы бер аптырап ҡуям әле.

Шулай итеп, барып еттек беҙ Ишдәүләткә, Григорьевтарҙың ҡотло, ҡунаҡсыл этнойортона! Тәүҙә таң ҡалып торҙоҡ. Һап-һары матур бүрәнә йорттоң эсе матур итеп үҙебеҙсә балаҫтар менән биҙәлгән, өр-яңы карауаттар, түшәк-ҡаралды. Айырым кухня-аласыҡ, зауыҡ менән һайланған матур һауыт-һаба, самауыр, мангал зонаһы. Һәр нәмә үҙ урынында. Өй алдында Ағиҙел йылғаһы ҡаяға һыйынып ҡына ағып ята.

Иң күңелгә ятҡаны, әлбиттә, хужабикә Гөлфиә Григорьеваның беҙҙе оҙаҡ күрешмәй торған көтөп алынған ҡунаҡтар һымаҡ ҡаршы алыуы. Һис шикләнмәйсә әйтә алам: тормош юлымда был тиклем дә ихлас, ябай, киң күңелле, күп белгән, зауыҡлы, матур кешене осратҡаным юҡ ине әле. Бер ауыҙ сит һүҙҙәр ҡушмайынса, матур итеп саф башҡортса һөйләшеүсе, халҡыбыҙҙың барлыҡ матур сифаттарын үҙендә һыйҙырған кеше ул Гөлфиә! Тормош юлдашының һөйөклө ҡатыны, балалар әсәһе, бизнесвумен, ышаныслы, тәрбиәле кеше.

Йүгертеп батмус менән бәлеш алып сыға. Миңә тип атап бешергән икән. Һеҙ мунса ингәнсе бала менән ултырып торормон , ти. Ҡайтмай тороғоҙ әле, тип туҡтатабыҙ. Төн ауғансы һөйләшеп ултырабыҙ Григорьевтар менән. Был йәмле кис әле лә һағындырып тора.

Шүлгәнташ мәмерйәһенә лә оҙатып барҙы беҙҙе Гөлфиә. Уның  етеҙлеге, абруйы арҡаһында юлдарыбыҙ асылып ҡына торҙо. Иң матур фотозоналарҙы күрһәтеп, йәһәтләп фотоға төшөрөүсе лә, легенда-риүәйәттәр менән таныштырыусы ла ул булды. Туҡтатып, мәтрүшкә йыйҙырыусы ла, үҙебеҙгә алып ҡайтырға бал, ҡымыҙ хәстәрләүсе лә ул. "Көйһөҙ кейәү" улымды ла әүрәтергә онотманы. Шул тиклем рәхәт икән яныңда шундай кешенең булыуы!  Бөрйәндәге ике тәүлек һиҙелмәйсә үтеп тә китте. Үҙе лә болоҡһоп, яҡын күреп, бауырһаҡтар бүләк итеп тороп ҡалды. Беҙ үҙебеҙ ҙә ярты юлға еткәнсе Этнодом Сәйәхәт хужалары Григорьевтар тураһында һөйләшеп барҙыҡ. Хозур Бөрйәнде тағы ла йәмләп торған матур кешеләрҙе уйлағанда күңел әле лә йылынып китә. Бындай ергә, бындай кешеләр янына һис икеләнмәйенсә сит ил ҡунаҡтарын да саҡырырға мөмкин. Рәхмәт һеҙгә, Гөлфиә һәм Владимир! Эштәрегеҙ артабан да уң булһын, аралашып йәшәйек.

Былтыр Бөрйәндә Ағиҙел буйында йөрәк-таш табып алып ҡыуанғайным, быйыл да "Сәйәхәт"тең алдында ғына тағы йөрәк формаһындағы таш табып алдым. Тимәк, Бөрйән дә мине ярата, шулай булмаһа, был тиклем дә яҡты кешеләрҙе сығарыр инеме икән тормош юлыма?! Был минең иң иҫтәлекле һәм йылы хистәр ҡалдырған тыуған көнөм булды”, тип яҙған Ябаҡтағы (рәсми исеме – Ишдәүләт ауылы) “Этнойорт” тураһында Күгәрсен ҡыҙы Сәмиға Ғафарова.

Ошоларға нимәлер өҫтәү кәрәкмәй ҙә.

“Әгәр сит илдә булһа, мин был тиклем хәстәрлекте аңлар инем, Башҡортостанда бындай мөнәсәбәткә күнегелмәгән...”
“Әгәр сит илдә булһа, мин был тиклем хәстәрлекте аңлар инем, Башҡортостанда бындай мөнәсәбәткә күнегелмәгән...”
“Әгәр сит илдә булһа, мин был тиклем хәстәрлекте аңлар инем, Башҡортостанда бындай мөнәсәбәткә күнегелмәгән...”
“Әгәр сит илдә булһа, мин был тиклем хәстәрлекте аңлар инем, Башҡортостанда бындай мөнәсәбәткә күнегелмәгән...”
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: