Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
27 Июль 2022, 10:15

Ҡоймаҡ эсендәге ҡабаҡ

Баҡсаларҙа ҡабаҡтар өлгөргән мәл. Ҡабаҡтан бик тәмле ризыҡ әҙерләү ысулы тәҡдим итәбеҙ. Бер уртаса ҙурлыҡтағы ҡабаҡ, 2 йомортҡа, 3 аш ҡалағы ҡаймаҡ, 3 аш ҡалағы он, 1 һарымһаҡ теше, тәменә ҡарап, тоҙ, борос алына. Әҙерләү ысулы түбәндәгесә.

Ҡоймаҡ эсендәге ҡабаҡ
Ҡоймаҡ эсендәге ҡабаҡ

Ҡабаҡтарҙы нәҙегерәк итеп тәгәрмәсләп турайбыҙ ҙа тоҙ, борос һалып бутайбыҙ.

Айырым һауытта ҡамыр әҙерләйбеҙ.

Ике йомортҡаны һытып һалабыҙ, уға 3 ҡалаҡ ҡаймаҡ өҫтәйбеҙ, 1 теш һарымһаҡты һыҡҡыс аша үткәреп һалабыҙ (йәки ҡырғыстың ваҡ теше аша), 3 ҡалаҡ он, самалап тоҙ, борос һибәбеҙ һәм яҡшылап туҡыйбыҙ. Теләгәндәр ҡамырға укроп та ҡуша.

Ҡабаҡтарҙы яҡшылап ҡоротҡас, башта онда әүәләйбеҙ, унан ҡамырға сумдырып алып, майлы эҫе табала ике яҡлап ҡыҙҙырабыҙ.

Һыуына төшкәс, табынға ҡаймаҡ менән бирәбеҙ.

Тәмле булһын!

 

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: