Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
14 Июль 2022, 14:10

«Сәйәхәт»кә килегеҙ, тиҙәр Григорьевтар

Бөрйәндә туристар өсөн тағы ла бер ял урыны барлыҡҡа килде. Григорьевтар төҙөгән сағыу, йәмле милли стилдәге этно-йорттар улар.  

«Сәйәхәт»кә килегеҙ, тиҙәр Григорьевтар
«Сәйәхәт»кә килегеҙ, тиҙәр Григорьевтар

Йәй башланыу менән халыҡтың күпселеге тәбиғәткә һыйына, ҡырға, урманға, һыу буйҙарына ял итергә ашыға. Бөгөн «глэмпинг» тибындағы ял базалары популярлаша бара. Йәғни, матур тәбиғәт ҡосағында уңайлыҡтар булдырылған өйҙәрҙә ял итеү мөмкинлеге күбәйә.

Районыбыҙ эшҡыуарҙары Владимир һәм Гөлфиә Григорьевтар Ишдәүләт ауылында шундай ҡунаҡ өйҙәре төҙөгән. Иҙел буйында урынлашҡан «Сәйәхәт» исемле этно-өйҙәрендә  улар туристарҙы ҡабул итә башланылар. Ике йорт янында мунса, йәйге аш өйө, ҡаҙан-мангал зонаһы булдырғандар.

 

-Халҡыбыҙҙың боронғо өйҙәренең матур биҙәлешен, йолаларын ситтән килгән ҡунаҡтарға күрһәтеү теләге менән өй эстәрен сағыу милли стилдә биҙәргә тырыштым. Үҙебеҙҙең ҡул эше оҫталарына рәхмәт - тирүгә, балаҫтар Хөснә Исламбаева, Резеда Ғүмәрова, Нәсимә Сәғитованыҡы. Ағас карауаттарҙы оҫта Фәнзил Псәнчин, ҡунаҡтарҙы ҡаршылап тороусы айыуҙы балта оҫтаһы Мөхәррәм Нәҙершин  эшләп бирҙе. Йорт алдын шау сәскәгә күмеп, төрлө емеш-еләк баҡсаһын булдырыу хыялым бар. Әле алма, ҡарағат, виноград емештәрен, сәскәләр ултыртҡанбыҙ. Эште башлап ҡына торабыҙ, киләсәктә тағы ла үҫешербеҙ, тип уйлайым, - тине Гөлфиә Ғарифулла ҡыҙы.

 

(Тулы вариант - гәзиттә)

«Сәйәхәт»кә килегеҙ, тиҙәр Григорьевтар
«Сәйәхәт»кә килегеҙ, тиҙәр Григорьевтар
«Сәйәхәт»кә килегеҙ, тиҙәр Григорьевтар
«Сәйәхәт»кә килегеҙ, тиҙәр Григорьевтар
«Сәйәхәт»кә килегеҙ, тиҙәр Григорьевтар
«Сәйәхәт»кә килегеҙ, тиҙәр Григорьевтар
«Сәйәхәт»кә килегеҙ, тиҙәр Григорьевтар
«Сәйәхәт»кә килегеҙ, тиҙәр Григорьевтар
«Сәйәхәт»кә килегеҙ, тиҙәр Григорьевтар
«Сәйәхәт»кә килегеҙ, тиҙәр Григорьевтар
Автор:Гулиза Хафизова
Читайте нас: