Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
14 Июль 2022, 12:05

Еләк бешкән алланып

Ҡар яуғансы әллә нисә тапҡыр еләк бирә торған сорттары ла бар еләгенең. Еләген һатып та аҡса эшләргә өлгөрә уңған хужабикә, үҙе ғаиләһенә лә етерлек ҡайнатма әҙерләп, емештәрен туңдырып алып ҡала.

Еләк бешкән алланып
Еләк бешкән алланып

Иҫке Собханғол ағинәйҙәренең башлығы Клара Абдулла ҡыҙы Сафинаның эшләмәгән эше, өлгөрмәгән ере юҡ: бер ҡараһаң, район үҙәгендә төҙөлөп ятҡан “Фурҡан” мәсете төҙөлөшөнә тип, икенсе ҡараһаң,  “Бәрәкәт” ТОС-ы ағзаһы булараҡ, зыяратты кәртәләүгә тип, аҡса йыйып йөрөй. Мәсеткә хәйергә төшкән сепрәк-сапраҡты аҡсаға әйләндереп файҙа эшләй.

Аллаһ тапҡырында фарыздарын ҡалдырмай үтәүҙән тыш, мәсеттең ҡаҙнасыһы, байрамдарҙа түрбаш тирәһендәге эштәрҙе ойоштороусы ла ул.

Үҙ донъяһын әйтеп тораһы ла түгел – Салих ағай тыштан ялтыратһа, Клара апай эстән гөл итә. Яҙ башынан ҡара көҙгәсә баҡсаһында соҡсоноп үтә ғүмере – 8 төрлө еләге, ҡурай еләге, ҡыҙыл, ҡара, аҡ ҡарағат, крыжовник, сейә, виноград, айыу баланы ( жимолость), слива, алмаларҙың әллә нисә төрө бар унда.

Баҡсаларында емеш-еләк тә, бихисап умарталар.

Ҡар яуғансы әллә нисә тапҡыр еләк бирә торған сорттары ла бар еләгенең. Еләген һатып та аҡса эшләргә өлгөрә уңған хужабикә, үҙе ғаиләһенә лә етерлек ҡайнатма әҙерләп, емештәрен туңдырып алып ҡала.

Уңғандың ҡулы икәү түгел, ун шул ул!

 

Еләк бешкән алланып
Еләк бешкән алланып
Еләк бешкән алланып
Еләк бешкән алланып
Автор:Айһылыу Ғарифуллина.
Читайте нас: