Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
14 Июль 2022, 13:51

Бейәне лә аппарат менән һауалар

Донъянан артта ҡалынғанмы, ул мәғлүмәт беҙгә килеп етмәгәнме – мәһәҙейҙәр автоһауыу аппараты менән бейә һауып, ҡымыҙ бешеп ята, тигән яңылыҡты ҡолаҡ ишетһә лә, аң ҡабул итеңкерәмәйерәк торҙо – бына яңылыҡ, исмаһам!

Бейәне лә аппарат менән һауалар
Бейәне лә аппарат менән һауалар

Йөҙ тапҡыр ишеткәнсе, бер тапҡыр барып күргәнең хуп – киттек шул тарафтарға.
Нимә сыҡһа, шул Фәнистән сыға – йә мәсет һалдырып йөрөй, йә зыярат кәртәләтә, 12-се йыл рәттән район һабантуйҙарында яҙғы сәсеү эштәрендә беренселекте биргәне юҡ, бойҙай-һолоһо ҡоролоҡ йылда ла һәптеюҡ уңыш бирә, 2006 йылдан 6 кешене эшле итеп, ауыл, район тормошо эсендә ҡайнап, яңылыҡҡа, етеш тормошҡа ынтылып йәшәй.


Беҙ барғанда йылҡы көтөүсеһе Наил Латипов өйөрөн әүеҫлек тапҡырына өйөрөп, тегеләре күндәм генә һауыла торған ергә инеп маташа ине.
Оператор Илдар Дәүләтшин һауыу аппаратын талғын ғына бызылдатып та ебәрҙе.
Бәй, бер-ике һауынсыны еңел алмаштыра икән был “тимер еңгә” – бейәләр һауыла тора, арғы ишектән сыға тора. Иң мөһиме – һөткә сүп-сар төшмәй һәм эш еңел башҡарыла.


- Ун һигеҙ баш бейә ҡолонлап бирҙе. Йылҡы көтһәк тә, ҡымыҙ етештерергә теләк булһа ла, нисектер тотонорға йөрьәт итмәй йөрөнөк. Баймаҡтағы Мансур Рәхимов ҡоҙаның аппаратын ҡулланғанын күреп, уны ауылға саҡырҙыҡ. Ул дүрт көн беҙҙе автоһауыу аппаратының серҙәренә өйрәтте.
Яҙғы сәсеү эштәренән һуң ялан кәртә эшләнек. Бейәләрҙе индереп һауырға әүеҫлекте лә егеттәр матур итеп эшләп ҡуйҙы. Башын ябып, бүлемдәр бүлгәс, бына тигән килеп сыҡты. Белореттан 34 мең һумға “Һөт фермаһы” тигән аппарат алып ҡайттыҡ.


13 июндә эш башланыҡ. Илдар бейәләрҙе көнөнә өс һауа. Әле һауыт-һаба етешмәй, шуға өс һауын менән мөрхәтһенеп торабыҙ. Ғәлиәкбәр уҙаманы Самат Сабитовтан йүкә көбөләр эшләтеп алдыҡ.
Көндәлек һауым 45 литр. Күбеһенсә үҙебеҙҙең эшселәрҙең ғаиләләре ала. Тәүҙә үҙегеҙ эсеп туйып алығыҙ шифалы эсемлекте, тип торам, - ти Фәнис Мотаһар улы.
Ҡымыҙҙы Фәнистең ҡатыны Алһыу Хәсән ҡыҙы бешә. Элекке ферма биләмәһен таҙалап, үҙенә беркетеп алған Фәнис. Үҙенә күрә офис өйө лә, мунсаһы ла бар. Ауыл хужалығы техникаһы лапаҫ аҫтында – ҡорола ултыра. Ҡарауылсы ролен видеокүҙәтеү башҡара.


2006 йылда шәхси эшҡыуар булып эш башлап, 2015 йылдан КФХ булып үҙгәргән Фәнистең эштәре, шөкөр, ырап бара.
Тырыш, уңған, үҙ эшен еренә еткереп эшләгән һәм хәмер менән дуҫ булмаған коллектив туплап алған ул. Ғүмере буйы ферма юлын тапап, алыштырғыһыҙ көтөүсе, ферма эшсеһе булған атаһының юлын ҡыуған Наил Мөхәмәт улы – Раббыһынан тәғәйенләнеш буйынса көтөүселер ул. Улай ғына ла түгел, Фәнис Мотаһар улы баһалауынса, иң ҙур, шәп начальник – бөтә эште өйөрөлтөп алып барыусы төп кеше.


Эйе, уңғандарҙың эше лә уң, ашы ла мул.
Мәһәҙей фермеры Фәнис Сәйәховты һәм уның тырыш командаһын ошонан айырмаһын, өҫтәп бирһен!

Автор:А. ҒАРИФУЛЛИНА.
Читайте нас: