Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
14 Июль 2022, 12:40

Барыһына өлгөрә

Быйыл үләндәргә тотонған – болануттан бына тигән сәй әҙерләгән: “Япраҡтарын йомшартып ыуғылап, һутын сығарып “торбасыҡ”тар яһап, бер тәүлеккә туңдырғысҡа тығып алдым да, ит турағыс аша бороп, духовкала тейешле температурала киптереп алдым. Тәмле , хуш еҫ бөркөп торған шифалы сәй әҙер”, - ти ул.

Барыһына өлгөрә
Барыһына өлгөрә

Күҙ тейәмәһен ҡулдарына – барыһына өлгөрә Иҫке Собханғол уңғаны Ләлә апай. Хаҡлы ялға сыҡтым, тип ҡул ҡаушырып ултырмай ғүмере буйы халыҡ һаулығы һағында торған шәфҡәт туташы -  Аллаһ ҡушҡан фарыздарын да үтәй (биш ваҡыт намаҙын, фарыз ураҙаларын ҡалдырмай), мәсеткә дәрестәргә йөрөп дини ғилем ала, быларҙан тыш былай ҙа матур донъяһын шау сәскә итеп көтә – йәйен баҡсаһы сәскәләргә күмелһә, ҡышын тәҙрә төптәрен төрлө-төрлө гөлдәре йәмләй.

Ҡул эшенә лә оҫта Ләлә ханым – бына тигән селтәрҙәр эшләй, сәйләндән муйынсалар, башҡа биҙәүестәр эшләп ала, кешегә бүләк итә.

Ана быйыл үләндәргә тотонған – болануттан бына тигән сәй әҙерләгән: “Япраҡтарын йомшартып ыуғылап, һутын сығарып “торбасыҡ”тар яһап, бер тәүлеккә туңдырғысҡа тығып алдым да, ит турағыс аша бороп, духовкала тейешле температурала киптереп алдым. Тәмле , хуш еҫ бөркөп торған шифалы сәй әҙер”, - ти ул.

Ләлә апай туған йәнле кеше – беренсе төркөм инвалиды булған ағайын вафатына тиклем ихлас тәрбиәләп ҡараны,оло йәштәге  (92 йәш) әсәһен бик матур итеп ҡарай. Ейәнсуралағы ҡайны-ҡәйнәһен дә онотмай улар. Хәләл ефете, абруйлы табип Айрат Зәки улы Сәғитов  менән – йыш барып, ярҙамлашып торалар.

Тырыштың ырыҫы ла мул инде ул. Эшләп алған сәйҙәре эсергә, туған-тыумаса менән бүлешергә, күстәнәскә ебәрергә яҙһын!

Ләлә Сибәғәт ҡыҙының бар маҡсаты – Аллаһ ризалығына, әсәй, ҡайны-ҡәйнә фатихаһына, туғандар ризалығына ирешеү.

Барыһына өлгөрә
Барыһына өлгөрә
Барыһына өлгөрә
Барыһына өлгөрә
Барыһына өлгөрә
Барыһына өлгөрә
Автор:Айһылыу Ғарифуллина
Читайте нас: