Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
3 Июнь 2022, 09:10

Бал ҡорттары ла кәмәлә аға икән

“Шүлгән-Таш” ҡурсаулығы директорының ҡортсолоҡ һәм дөйөм мәсьәләләр буйынса урянбаҫары Радик Ғәлин инә сығарыу буйынса селекция умарталығынан Байсалан аҡланына ҡорт ғаиләләрен күсереү ваҡытын “мәңгеләштергән”. Бының сәбәбе нимәлә?

Бал ҡорттары ла кәмәлә аға икән
Бал ҡорттары ла кәмәлә аға икән

Ул бының сәбәбен түбәндәгесә аңлатҡан: “Байсалан умарталығында ҡышлау осоронда күп кенә ҡорт ғаиләләре үлде. Бына ошо рәүешле уларҙың һанын тергеҙәбеҙ – башҡа умарталыҡтарҙан бер нисәшәр умарта күсерәбеҙ.

10 ҡорт ғаиләһен һыу буйлап транспортировкаларға тура килде. Беренсенән, оҙайлы ямғырҙар арҡаһында Байсаланға киткән юлдағы тауҙы техника менеп һәм төшөп булмай. Икенсенән, кәмәләр һелкетмәй. Шуға бал ҡорттары әҙерәк тынғыһыҙлана”.

Бал ҡорттары ғаиләләренең һаны яҡын арала тергеҙелер тип ышанабыҙ. Ә ҡортсоларға сәләмәтлек һәм эштәрендә уңыштар теләйбеҙ, тип хәбәр итәләр “С любовью, Шульган-Таш!” төркөмөндә.
 

 

Бал ҡорттары ла кәмәлә аға икән
Бал ҡорттары ла кәмәлә аға икән
Бал ҡорттары ла кәмәлә аға икән
Бал ҡорттары ла кәмәлә аға икән
Бал ҡорттары ла кәмәлә аға икән
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: