Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
28 Май 2022, 11:15

«АлтынTrava» - тәнгә дауа

Бөрйәндең шифалы үләндәренән һәм еләк-емештәренән әҙерләнгән «Ҡояшлы еләккәй» сәйе ҡыш көнө хуш еҫле йәйҙе иҫләтәсәк, «Тыныс кис» сәйе - боланут, бөтнөк, ҡарағат япрағы, ромашка, һары мәтрүшкә үләндәре йыйылмаһы тынысландырыу көсөнә эйә, «Мәтрүшкә», «Саф ҡарағат», «Башҡортостан тәме», «Дәртле иртә», «Ҡырағай сейә», «Урман бүләге» сәйҙәре лә витаминдарға, ферменттарға бай, тын юлы ағзалары өсөн бик файҙалы. Алтынға бәрәбәр файҙалы үләндәр продукцияһын етештереүгә кемдәр тотондо һуң? 

«АлтынTrava» - тәнгә дауа
«АлтынTrava» - тәнгә дауа

Яуымбай ауылынан Фәһим һәм Эльмира Исмәғилевтар «АлтынTrava» бренды аҫтында Бөрйәндә үҫкән шифалы, саф, файҙалы үләндәрҙән һәм емеш-еләктәрҙән экологик яҡтан таҙа продукция етештерәләр.

2020 йылдан алып Яуымбайҙа булдырылған предприятиеларында миҙгел ваҡытында үләндәрҙе йыйып, киптереп, уларҙан 10 төрлө сәй, 12 төрлө дарыу үләндәре йыйылмаһы, ҡаҡ, төрлө ҡайнатмалар эшләп, һатыуға сығаралар. Онлайн магазиндарында шулай уҡ 5 төрлө бал продукцияһы ла бар. Исмәғилевтарҙың тауарҙары Башҡортостанда һәм Рәсәйҙә генә түгел, Ҡаҙағстанда, Үзбәкстанда, Белоруссияла ла һорау менән файҙалана. Коронавирус ваҡытында дарыу үләндәренә ихтыяж артҡас, район хакимиәте аша субсидия алып, эштәрен киңәйтеп ебәрәләр – үләндәрҙе әҙерләү өсөн  сәнәғәт киптереү шкафы, ферментатор, сәй япраҡтарын төрөү өсөн роллер ҡорамалдары алалар.

Үткән йылда улар шулай уҡ «Минең бизнес» үҙәгенән сәй продукцияһына ярашлылыҡ декларацияһы юллау, тауар билдәһен теркәү һәм электрон һанлы ҡултамға эшләтеү буйынса  ярҙам алалар. Быйылғы йылда улар бауыр, ашҡаҙан-эсәк, бөйөр, нервылар системаһының хроник ауырыуҙарын дауалау өсөн 8 яңы дарыу үләндәре йыйылмаһын тәҡдим итмәкселәр. «АлтынTrava» хужалары ауылдаштары, күрше ауылдар халҡы өсөн өҫтәмә килем сығанағы ла булдырғандар – унлаған ғаилә йәй осоронда үләндәр, емеш-еләк йыйып, Исмәғилевтарға тапшыра.

Рәсәйҙең эко-тауарҙары баҙарында «Бөрйән» һәм «АлтынTrava» брендтарын, районыбыҙҙың уникаль тәбиғи продукттарын танытыу һәм күтәреү өсөн тырышҡан, экологик таҙа продукттарҙы ҡулланыуға өндәгән һәм уларҙы тәҡдим иткән йәш эшҡыуар Эльмира Исмәғилева һөнәре буйынса химик. Химия технологиялары магистратураһын тамамлағандан һуң, Өфө дәүләт нефть-техник университетында химия уҡытыусыһы булып эшләй.

Декрет ялына сыҡҡас, һаулыҡ тураһында блог алып бара башлай. Унда кеше организмы һәм тәбиғәт өсөн зыянһыҙ, экологик таҙа көнкүреш химияһы, косметика, аҙыҡ-түлек, пластик һауыт-һаба, биологик актив өҫтәмәләр тураһында һөйләй, уларҙың составын уҡырға һәм зарарһыҙын һайларға өйрәтә. Кешеләргә үҙенең файҙаһын тойғас, ошо эшен дауам итеп, бөгөнгө көндә ул иллеләгән эко-рецепттар һәм егерменән ашыу эко-көнкүреш химия средстволары авторы. «Үҙем етештереүсе» онлайн эко-мәктәбен булдырып, йөҙҙән ашыу кешегә үҙ эко-тауарын етештерергә ярҙам иткән етәксе, Бөрйәндең дарыу үләндәренән шифалы продукция етештереүсе.

-Хәҙерге заманда беҙ төрлө химик ҡатнашмалы, консервантлы, Е ҡушымталы сифатһыҙ аҙыҡ ҡулланабыҙ. Уларҙың беҙҙең организмға  тәьҫире бик насар. Күптәр шул хаҡта белеп тә, кемдер белмәй ҙә  һаман ҡулланыуҙы дауам итә, аяҡ аҫтында үҫкән шифалы үләндәрҙе күрмәй, ашаҡлап үтеп, магазиндағы химикатлы аҙыҡ-түлекте һатып алабыҙ. Һәр кемебеҙ башланғыс сығанағыбыҙ – тәбиғәткә ҡайтып, тәнебеҙҙе ҡайғыртып, уны таҙа аҙыҡ менән туҡландырһа, ул беҙгә мотлаҡ энергия, таҙа тире, яҡшы кәйеф торошо менән яуап бирәсәк. Был хаҡта мин социаль селтәрҙәрҙә күп һөйләйем. Һәм кешеләрҙе өйрәтеп кенә ҡалмай, таҙа продукттарҙың бер төрөн үҙем эшләп тәҡдим итергә булдым. Фитотерапия - күптән өйрәнелгән фән. Үҙем химик булғас, үләндәрҙең составын, теге йәки был үләндең билдәле бер тән ағзаларына булған файҙаһын беләм.

Бөрйән ул Рәсәйҙең иң таҙа, йәшел, саф райондарының береһе. Беҙҙә тирә-яҡҡа зыян килтерерлек заводтар ҙа, ҙур сауҙа үҙәктәре лә юҡ. Ә бөтә байлыҡ – шифалы үләндәр, еләк-емештәр бында түшәлеп ята. Уларҙы ҡәҙерләп файҙаланырға ғына кәрәк.

Ҡышты беҙ Өфөлә үткәрәбеҙ. Был ваҡытта онлайн эко-мәктәбемдә эшләйем - буласаҡ эшҡыуарҙарға экологик көнкүреш химия средстволарын әҙерләү өсөн бизнес идеялар, консультация бирәм, эксперт булып сығыш яһайым, медицина буйынса курстар яҙам.

Яҙҙан алып көҙгә тиклем Яуымбайҙа ҡәйнәмдә йәшәйбеҙ. Иртәнән ҡараңғы төшкәнсе тәбиғәт биргән байлыҡтарҙы йыйыу, киптереү һәм уларҙы бокстарға, ҡаптарға, һауыттарға тултырыу, заказ биреүсегә оҙатыу менән мәшғүлбеҙ. Минең команда – ул минең ғаиләм. Иптәшем, ике улым, туғандарыбыҙ ярҙамында ошо ҙур эште атҡарып сығабыҙ. Сит райондарҙан килтерелгән үләндәрҙе ҡабул итмәйбеҙ, шулай уҡ ситтән килгән кешеләрҙе лә эшкә алмайбыҙ.

Үҙ ерҙәренән шифалы продукттарҙы алыу мөмкинлеге булмаған кешеләр өсөн райондаштарыбыҙ менән бергә әҙерләгән файҙалы ризыҡ, сәйҙәр менән бүлешә алыуыбыҙға бик шатмын, - тине Бөрйән килене Эльмира.

(Тулы варианты "Таң" гәзитенең  21-се һанында)

«АлтынTrava» - тәнгә дауа
«АлтынTrava» - тәнгә дауа
«АлтынTrava» - тәнгә дауа
«АлтынTrava» - тәнгә дауа
Автор:Гулиза Хафизова
Читайте нас: