Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
25 Май 2022, 16:10

Кәшәләгә – машина һөйрәп...

 “Шүлгән-Таш” дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы хеҙмәткәрҙәренә кеше йәшәмәгән утарға барып еткәнсе быйылғы ямғырҙарҙан иҙгеләнгән юлда батып яфалаған машиналарын һөйрәргә тура килгән. Улай яфаланып тороп барып, ул утарҙа улар нимә эшләгән? Фотояуап та, был турала мәҡәлә лә – артабан.

Кәшәләгә – машина һөйрәп...
Кәшәләгә – машина һөйрәп...

Ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре “Кәшәлә” мәғлүмәт-сервис пунктында һаҡлаулы ерҙәрҙең 8 гектар майҙанында ҡандала үләне (донник), һоло һәм арпа сәскәндәр.

-Батҡаҡ юлда ыҙалай-ыҙалай тейәп алып барған сәскестәребеҙҙе эшкә егә, улар менән ҡуллана алманыҡ.

Сәскес ҡандала үләнен сәсеү өсөн кәрәк ине, сөнки уның орлоғо ваҡ ҡына. Һауа торошо һалҡынса, ямғырҙар туҡтамай. Шуға күрә сәсеүлек ере һаҙлыҡҡа әйләнгән ине. Сараһыҙҙан, сәсеүҙе ата-бабалар ысулы менән башҡарҙыҡ – дүрт баҫыуҙа ҡул менән сәсеү үткәрҙек.

Яҡшы бал биреү сығанағы булған ҡандала үләненә һоло һабаҡҡа терәү булараҡ кәрәк. Артабан һоло менән арпа “зеленка” итеп сабыласаҡ. Хәҙер беҙ кешеһеҙ ҡалған утар баҫыуҙарында сәскән орлоҡтарыбыҙҙың баш ҡалҡытыуын көтәбеҙ, - тип ҡурсаулыҡ директорының дөйөм мәсьәләләр һәм ҡортсолоҡ буйынса урынбаҫары Радик Ғәлин  үҙенең тәьҫораттары менән бүлешкән.

Эйе, әҙәм балаһы нисек тә сараһын табырға тырыша шул – ана бит, кәрәк булғас, ата-бабалар ысулы ла бик ярап ҡалған. Кәрәк тирәк йыҡтыра шул. Сөнки сәсеү мәле үтеп бара, өлгөрөп ҡалыр кәрәк.

(“С любовью, Шульган-Таш!” төркөмөндәге мәғлүмәттәр файҙаланылды).

 

 

Кәшәләгә – машина һөйрәп...
Кәшәләгә – машина һөйрәп...
Кәшәләгә – машина һөйрәп...
Кәшәләгә – машина һөйрәп...
Кәшәләгә – машина һөйрәп...
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: