Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
24 Май 2022, 14:35

Гөл ярата Гөлдәр апай

"Халыҡ кәсептәре" исемле онлайн күргәҙмәгә Нәби ауылынан Йәғәфәрова Гөлдәр Зәки ҡыҙы ла ҡушылған. Гөлдәр Зәки ҡыҙын алдынғы уҡытыусы, һәр йәһәттән мәғлүмәтле педагог, үҙ эшенең оҫтаһы итеп беләбеҙ. Уның йорт-ҡураһы, баҡсаһы, ихатаһы яҙҙан көҙгәсә сәскәләргә күмелеп ултыра. Хаҡлы ялға сыҡҡас был күңел шөғөлөнә айырыуса ихласлап тотонған һәм уларҙы һатыуға ла сығара башлаған.   Ни өсөн һәм нисек гөл-сәскәләр үҫтереп, улар менән һатыу итеүгә тотоноп киткән һуң Гөлдәр апай? Был турала – артабан.

Гөл ярата Гөлдәр апай
Гөл ярата Гөлдәр апай

“Ни өсөн һәм нисек гөл-сәскәләр үҫтереп, улар менән һатыу итеүгә тотоноп китеүе тураһында түбәндәгеләрҙе һөйләне Гөлдәр Зәки ҡыҙы:
- Гөл-сәскәләрҙе, әлбиттә, матурлыҡ яратҡан һәр ҡатын-ҡыҙ кеүек, күңелем ҡушыуы буйынса үҫтерҙем. Өләсәйемдең дә, әсәйемдең дә гөл үҫтерергә яратыуы күскәндер миңә. Исемемде лә "Гөлдәр" тип ҡушҡандар бит. Өләсәйем йәшелсәне лә күп үҫтерҙе, хатта кукурузы ла өлгөрә ине, нимә булғандыр инде - аҡ кишере лә булды. Ә егәрле олатайым үҙе әҙерләгән донъя кәрәк-яраҡтарын Ҡыҙыл йылғаһы яҡтарына (Силәбе өлкәһе) алып барып һатып, ауылдаштарына үҙҙәрендә булмаған нәмәләрҙе алып ҡайтыр булған. Бына уларҙың шундай яҡтары миңә йоҡҡандыр, күрәһең.
Үҙенең һөйләүе буйынса, һатыу итеүгә мәктәптәр ҡатнашырға тейеш булған район йәрминкәләре лә өйрәтә. Һәр саҡ мәктәптең алып барған әйберҙәрен һатып тороусы була ул.
Тәүҙәрәк әле был яҡтарҙа үҫтерелмәгән петунияларҙы үҫтереп һата башлай. Яйлап лобелия, алиссум, миләүшә сәскәләре өҫтәлә. Шулай уҡ кәбеҫтә, помидор үҫентеләрен дә һатыуға күпләп сәсә. Бер алғандар гел уныҡын эҙләп киләләр.
Пенсияға сыҡҡас, балаларға ла ярҙам итеү маҡсатынан был эштәр менән ихлас шөғөлләнә башлай ауылдашыбыҙ. Бегония гөлдәренә ғашиҡ булып, уларҙың коллекцияһын йыя, хәҙерге көндә ҡырҡлап сортын үҫтерә икән. Беҙҙең белеүебеҙсә, бегония, башҡа төр гөл үҫентеләрен һатыу ҡыш буйы ла бара. Бәйләнеш селтәренән заказ эшләүселәргә үҫентеләрҙе матур итеп төрөп йә өйҙәренә, йә эш урындарына алып барып ҡалдыра. Былтырҙан алып икенсе яҡтарға посылка менән дә ебәрә башлаған.
- Һатып алыусыларымдың сәскә атҡан гөлдәренең фотоларын ебәреүе - минең өсөн иң ҙур баһа, - ти ул. - Рәхмәт Аллаһыма шундай матур сәскәләрҙе донъяға яратыуына һәм дә уларҙы үҫтерергә дәрт биреүенә!” – тип хәбәр итәләр Нәби ауыл китапханаһы төркөмөндә.

Афарин, Гөлдәр апай! Яратҡан шөғөлөгөҙҙын айырылмағыҙ!

Гөл ярата Гөлдәр апай
Гөл ярата Гөлдәр апай
Гөл ярата Гөлдәр апай
Гөл ярата Гөлдәр апай
Гөл ярата Гөлдәр апай
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: