Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
20 Май 2022, 09:10

Бал ҡортоноң серен белә

Ҡортсолоҡтан табыш алыу өсөн үҙеңә лә бал ҡортттары кеүек уңған, тырыш, сос булырға кәрәктер. Шөкөр, районда умартасылыҡ менән шөғөлләнеүселәр арта бара. Ата-олатаһының юлын дауам итеүсе ҡортсолар династиялары ла бар. Мораҙымдан Тимерғәлиндар шулар рәтендә.

Бал ҡортоноң серен белә
Бал ҡортоноң серен белә

-Мораҙым ауылында йәшәүсе Тимерғәлин Дамир Морат улы күп йылдар “Ағиҙел” колхозында шофер булып эшләне. Хәҙер байтаҡ йылдар умартасылыҡ менән булыша. Ҡортсолоҡ серҙәренә төшөнөп, оҫта ҡортсоға әйләнде ул.

Бал ҡорттары үрсетеп, тәмле башкорт балы етештереп, гөл - сәскә үҫтереп, ҡул эштәре оҫтаһы - ҡорама ҡороусы тормош иптәше Фәриә Фәррәх ҡыҙы менән бергә матур донъя көтәләр.

Улдары Динар менән Филиә килендәре лә умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Тимерғәлин Морат Рамазан улы, Садиҡа Юныс ҡыҙы куп йылдар ҡортсолоҡ фермаһында бал ҡорттары ҡаранылар, бал етештерҙеләр. Уларҙың вариҫтары бал ҡорттары ҡарау йолаһын дауам итәләр. Уныштар һеҙгә!” – тип хәбәр итәләр Мораҙым ауыл китапханаһы төркөмөндә.

(Мораҙым ауыл китапханаһы төркөмөндәге мәғлүмәттәр файҙаланылды).

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: