

Ҡортсолоҡ, Бөрйән балы етештереү – районыбыҙға, унда йәшәүселәргә бәрәкәт килтереүсе сығанаҡтар ул. Был кәсепкә күңел һалыусы йәштәрҙең артыуы айырыуса һөйөндөрә.
Нәбиҙә йәшәүсе Ишдәүләтовтар ғаиләһе бөрйән балының данын арттырыусыларҙың береһе.
-Ишдәүләтов Ғәлинур Вәли улы ҡортсолоҡ серҙәренә олатаһы Зәйнәғәленән өйрәнә. Башта үҙҙәре өсөн генә тип булышһа, 2010 йылда ҡортсолоҡҡа ныҡлап тотона тотона. Шулай уҡ солоҡсолоҡ менән дә шөғөлләнә. Әлеге мәлдә уның 30 умартаһы бар, 16 солоҡ япҡан.
Бары тик теләк кәрәк, ти ул һис икеләнеүһеҙ. Әлеге ауыр заманда күптәр оҙон аҡса, табыш эҙләп сит тарафҡа юлланғанда, үҙебеҙҙә лә килем килтерерҙәй шөғөлдәр табырға була, тигән фекерҙе яҡлай ҡортсо, - тип хәбәр итәләр Нәби ауыл китапханаһы төркөмөндә.
Эйе, тырыштарға юлы асылып тора. Ишдәүләтовтарға ла кәсептәренең бәрәкәтле булыуын теләйек.