Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
17 Май 2022, 14:00

Туризм тәүәккәлдәрҙе көтә

Район хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов ҡатнашлығында Бөрйәндә туризмды үҫтереүгә арналған кәңәшмә үтте. Туризм райондың иҡтисади үҫешенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе булып тора. Туризмдың йылдам үҫешенә, һис шикһеҙ, тәбиғәттең матурлығы, үҙенсәлекле булыуы булышлыҡ итә. Шуға ла Бөрйәнгә килгән сәйәхәтселәрҙең һаны йылдан-йыл арта.

Туризм  тәүәккәлдәрҙе көтә
Туризм тәүәккәлдәрҙе көтә

Район хакимиәте башлығының иҡтисад, ағас эшкәртеү һәм туризм буйынса урынбаҫары А. Ғәлин былтырғы йылға байҡау яһаны.

-Ял итеү маҡсатында килгән туристарҙың һаны һуңғы йылдарҙа артыуы туризм өлкәһендә эш иткән эшҡыуарҙарға яңы мөмкинлектәр бирә. 2021 йылда беҙҙең районды күрергә теләүселәрҙең һаны 77 меңгә етте. Туризм өлкәһендә эшмәкәрлек алып барыусыларға ярҙам итеү маҡсатында төрлө  программалар эшләй, финанс ярҙам күрһәтелә, шулай уҡ консультациялар һәм кредит алыуға аңлатыу эштәре алып барыла.

Туризм өлкәһендә уңышлы эшләүсе ойошмалар: Морат туғайы ерлегендә “Аҡбуҙат”, “Бөрйән”, “Каповатур”, У Каповой” турбазалары, “Башҡорт иле” КФХ-һы, “Олоғужан” туҡталҡаһы һәм башҡалар. Күҙәмбәт ерлегендә “Инсебикә” турбазаһы асылды. Улар Ағиҙел йылғаһы буйлап ағып төшөүҙе, һыбай йөрөүҙе ойоштора һәм ҡышҡы ваҡытта тюбингта шыуыу трассаһы эшләй. Шәхси эшҡыуар Г. Григорьева Ишдәүләт ауылында “Сәйәхәт” ял базаһы асты. Бөгөнгө көнгә 1 йәйге өй һәм мунса төҙөлгән, тағы ла 3 ҡунаҡ өйөн төҙөү эше башланды. Динар Байегетов Ағиҙел йылғаһы буйлап ағып төшөү һәм Өфөнән Бөрйәнгә автомобиль турҙары булдырҙы. Наил Ғәлиндың “Бурзянтур Матур” ойошмаһы Ағиҙел ярҙары буйлап атта йөрөүҙе, ағып төшөүҙе һәм Мәсем тауына сәйәхәткә барыуҙы ойоштора.

2021 йылдан алып бөгөнгәсә был өлкәнән бюджетҡа яҡынса 7 млн. һум килем инде.

Туризмды үҫтереүҙә тейешле инфраструктураның булыуы ҙур әһәмиәткә эйә. Шуның өсөн район хакимиәте тарафынан юлдар һалыу, төҙөкләндереү, инженер селтәрен үҫтереү буйынса күп эштәр башҡарыла. 2021 йылда Иҫке Собханғолдан Шүлгәнташ мәмерйәһенә тиклем асфальт юл һалыу тамамланды. Уны финанслау өсөн 54 млн. 822 мең һум аҡса тотонолдо. Музей комплексын төҙөү яңы эш урындары булдырыуға булышлыҡ итәсәк.

Туризмды үҫтереүҙә килеп тыуған проблемалар ҙа етәрлек. Урындағы халыҡты аҡса эшләргә һәм ҡунаҡсыллыҡты бизнесҡа әйләндерергә өйрәтеү, йүнселлек сифаттарын тәрбиәләү кәрәктер. Шулай уҡ Иҫке Собханғол – Мораҡ юлын төҙөкләндереү туристар ағымын тағы ла көсәйтер ине. Еңел һәм йөк машиналары өсөн туҡтау урындары булдырыу ҙа мөһим мәсьәлә, - тине ул.

Район хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡ һәм инвестициялар буйынса урынбаҫары И. Ғәлин субсидиялар, программалар хаҡында белешмә, эшҡыуарҙарға ерҙәрен теркәү буйынса кәңәштәр бирҙе.

-Ерҙәрҙе арендаға алыу буйынса берләшегеҙ, урындағы ерҙәр буш ятырға тейеш түгел, мөмкинлектәр менән файҙаланығыҙ, - тигән теләктәрен еткерҙе район башлығы.

Районда йәйге миҙгелдә генә түгел, ҡышын да туризмды үҫтереүҙе тәьмин итеү мәсьәләһе күтәрелде. Эшҡыуарҙар ҡатмарлы проблемаларҙың береһе – туристарҙан һуң ҡалған сүп-сар мәсьәләһен хәл итеү юлдарын эҙләне, туризмды ойоштороу йәһәтенән төрлө юҫыҡтағы эшлекле тәҡдимдәрен һәм теләктәрен белдерҙе.

Туризм индустрияһын үҫтереүҙә райондың мөмкинселектәре бик күп. Уларҙы тормошҡа ашырыу һәм район халҡының йәшәү кимәлен күтәреү өсөн бергәләшеп эшләү, хеҙмәтләндереү өлкәһен дөрөҫ ойоштороу, яңы төр ялдарҙы арттырыу мөһим, тип билдәләнеләр кәңәшмәлә.

 

Автор:Альфина Юлчурина
Теги:туризм
Читайте нас: