Йүнселлек
13 Апреля 2022, 03:55

ДЕПУТАТ СЕРГЕТЫШ ЭШЛӘҮСЕЛӘРҘЕҢ ХЕҘМӘТЕН ЮҒАРЫ БАҺАЛАҒАН

Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров Бөрйән ағинәйҙәрен эшенә матур баһа биргән. Бына нимәләр яҙған ул үҙенең сәхифәһендә:

Добавить в предпочтительные источники Google
ДЕПУТАТ СЕРГЕТЫШ ЭШЛӘҮСЕЛӘРҘЕҢ ХЕҘМӘТЕН ЮҒАРЫ БАҺАЛАҒАНДЕПУТАТ СЕРГЕТЫШ ЭШЛӘҮСЕЛӘРҘЕҢ ХЕҘМӘТЕН ЮҒАРЫ БАҺАЛАҒАН
ДЕПУТАТ СЕРГЕТЫШ ЭШЛӘҮСЕЛӘРҘЕҢ ХЕҘМӘТЕН ЮҒАРЫ БАҺАЛАҒАН

“Март башында миңә Бөрйән районында ҡышҡы ат ярыштарында булырға яҙғайны. Ярыштар тамамланғас, райондың “Ағинәй” ойошмаһы ҡатын-ҡыҙҙары миңә сергетыш ябылған атҡа ултырырға тәҡдим иттеләр.

 
Мин был биҙәү әйбере тураһында ҡыҙыҡһынып киттем һәм ағинәйҙәрҙән ентекләберәк һорашып, бына нимәләр белдем.
Сергетыш кейеҙҙән эшләнә. Уны байрамдарҙа ат өҫтөнә лә ябалар. Япмаға сигеү юлы менән биҙәктәр төшөрөлә, тәңкәләр тағыла. Шуныһы иғтибарға айырыуса лайыҡ – һәр биҙәк ниндәйҙер әһәмиәткә эйә.

Сергетыш эшләү беҙҙең мәҙәниәттә тәрән тамырҙарға эйә. Башҡорттар әүәлдән үҙҙәренең атын иң яҡшы дуҫы тип һанаған. Йолаларҙа, ышаныуҙарҙа ат культы һаҡланып ҡалған.
Бөрйән районының “Ағинәй” ойошмаһы оҫтабикәләре Рәшиҙә Ғиззәтуллина етәкселегендә боронғо йолаларҙы тергеҙеү өҫтөндә бик әүҙем эш алып баралар.

Ә фотолағы сергетышты райондың Әбделмәмбәт ауылынан Зәкиә Муллағолова, Хәсибә Ибәтуллина һәм Венера Ҡарамышевалар әҙерләгән. Улар шулай уҡ кейеҙҙән өйҙәрҙе, автомобиль салондарын биҙәү өсөн дә япмалар эшләйҙәр.

Халҡыбыҙҙың онотолоп барған йола-кәсептәрен тергеҙеп, уларға заманса йән өрөп, киләһе быуындарға тапшырыу бурысын маҡсат итеп алған Бөрйнә ағинәйҙәренә рәхмәт”.
Афарин, ағинәйҙәр! Халҡыбыҙҙың матди һәм рухи мираҫын тергеҙеү, һаҡлау, киләһе быуындарға тапшырыу йүнәлешендәге эшегеҙгә – бәрәкәт! 

Автор:Тансылу Багаутдинова