Йүнселлек
17 Февраля 2022, 07:18

ИСЛАМБАЙҘА ЛА БИЛМӘН ЕТЕШТЕРӘЛӘР!

“Ярымфабрикаттар эшләү буйынса бизнес-план яҡлап, субсидия алдыҡ. Был эште асыу минең күптәнге хыялым ине, ғаиләм өсөн ошо бәләкәй бизнесты асыуыма бик шатмын", - ти Айһылыу.

Добавить в предпочтительные источники Google
ИСЛАМБАЙҘА ЛА БИЛМӘН ЕТЕШТЕРӘЛӘР!ИСЛАМБАЙҘА ЛА БИЛМӘН ЕТЕШТЕРӘЛӘР!
ИСЛАМБАЙҘА ЛА БИЛМӘН ЕТЕШТЕРӘЛӘР!

“Эш юҡ”, “замана ауыр” тигәндәргә яуап итеп, үҙҙәренең тырышлығы менән бынамын итеп йәшәүсе йәштәр бихисап районда. Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә ул. Ә пульт йәки телефон тотоп диванда ятһаң, әлбиттә, өйөңдөң түбә таҡтаһына аҡса яумаясаҡ.

Исламбай ауылында йәшәүсе Хәйбуллиндарҙы ла уңған, етеш йәшәү өсөн тырышып торған ғаилә тип беләләр ауылда.
-Улар 2010 йыл өйләнешеп, ғаилә ҡоралар. Бар яҡтан да талантлы, эшлекле ғаиләлә өс бала: ике ҡыҙ һәм бер ул үҫә. Оло ҡыҙҙары Айлина мәктәптә, районда үткән сараларҙа, республика интернет конкурстарында ҡатнашып, маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән. Эмилия ла апайынан ҡалышмай - уҡыу алдынғыһы, шиғыр һөйләү оҫтаһы.

Ғаилә башлығы Радмил Йәмил улы ғаиләһе өсөн өҙөлөп торған атай, киләсәккә өмөт менән ҡараған ир-уҙаман. Себер тарафтарында эшләп, әллә ҡайҙан балҡып ултырған күркәм, матур йорт төҙөп инделәр. Айһылыу иһә аш-һыу оҫтаһы, йорт тирәһен гөл итеп тотҡан уңған хужабикә.

Тырыш ғаилә аҙбар тултырып мал-тыуар көтә, ҡош-ҡорт аҫырай. Ауылда эш юҡ тип бошоноп ултырмай Хәйбуллиндар - күп балалы ғаиләләр өсөн бирелгән субсидия юллап алып, үҙ эштәрен асҡандар. “Ярымфабрикаттар эшләү буйынса бизнес-план яҡлап, субсидия алдыҡ. Был эште асыу минең күптәнге хыялым ине, ғаиләм өсөн ошо бәләкәй бизнесты асыуыма бик шатмын", - ти Айһылыу. Бөгөн Хәйбуллиндар билмән менән райондың бер нисә ауылын тәьмин итәләр.
Ошондай ғаиләләр булғанда, ауылымдың киләсәге өмөтлө, - тип ҡыуанып хәбәр итәләр Исламбай ауыл китапханаһы төркөмөндә.

Тырыш белгәнен эшләр, ялҡау беләген тешләр, ти халыҡ мәҡәле. Айһылыуҙың үҙенең күңеле ятҡан кәсепте ғаилә ҡаҙнаһын тултырыуға бороп ебәреүенә афарин тиергә генә ҡала.
Хәйер, уңғандар йәшәгән ергә Хоҙай бәрәкәтен бирергә генә тора. Бары тик маҡсатың булһын, аяғың тыпылдаһын, ҡулың берҙе биш итергә әҙер булһын.

ИСЛАМБАЙҘА ЛА БИЛМӘН ЕТЕШТЕРӘЛӘР!
ИСЛАМБАЙҘА ЛА БИЛМӘН ЕТЕШТЕРӘЛӘР!
ИСЛАМБАЙҘА ЛА БИЛМӘН ЕТЕШТЕРӘЛӘР!
ИСЛАМБАЙҘА ЛА БИЛМӘН ЕТЕШТЕРӘЛӘР!
ИСЛАМБАЙҘА ЛА БИЛМӘН ЕТЕШТЕРӘЛӘР!
ИСЛАМБАЙҘА ЛА БИЛМӘН ЕТЕШТЕРӘЛӘР!
Автор:Исламбай ауыл китапханаһы төркөмө