Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
21 Май 2021, 12:00

Тырыштар юлын таба

Көләс йөҙлө, ихлас апай баҙар һайын һөт ризыҡтарын инде алтынсы йыл рәттән һатып алыусыларына тәҡдим итә. Һөт, ҡаймаҡ, май, ҡорот, эремсек, ҡыҙыл эремсек, йомортҡа – барыһын да килтереп, төшкә тиклем һатып та бөтә. Үҙенең даими клиенттары ла бар.

Көләс йөҙлө, ихлас апай баҙар һайын һөт ризыҡтарын инде алтынсы йыл рәттән һатып алыусыларына тәҡдим итә. Һөт, ҡаймаҡ, май, ҡорот, эремсек, ҡыҙыл эремсек, йомортҡа – барыһын да килтереп, төшкә тиклем һатып та бөтә. Үҙенең даими клиенттары ла бар.
Кесаҙна һайын баҙарҙа үҙҙәре етештергән продукцияны һатыуға сығарыусылар араһында Килдеғол ауылынан Гөлнара Сафинаны йыш күрергә тура килә. Көләс йөҙлө, ихлас апай баҙар һайын һөт ризыҡтарын инде алтынсы йыл рәттән һатып алыусыларына тәҡдим итә. Һөт, ҡаймаҡ, май, ҡорот, эремсек, ҡыҙыл эремсек, йомортҡа – барыһын да килтереп, төшкә тиклем һатып та бөтә. Үҙенең даими клиенттары ла бар. Ауылда ла, заказ бирһәләр, һатып ебәрә, магазинға ҡуя.
- Балалар ҡырға уҡырға, эшкә сығып китеп бөткәс, үҙебеҙҙән артып ҡалған продукцияны һата башланым. Миҙгел ваҡытында йәшелсә, емеш-еләк, ҡайнатмалар ҙа тәҡдим итәм. Сәскә, йәшелсә үҫтерергә яратам. Йәрминкәләрҙе ҡалдырғаным юҡ. Иш янына ҡуш булһын, тип бешергән ҡамыр аштарын, бейәләй-ойоҡбаштар, иләнгән йөн дә һатып ебәрәм, – ти егәрле ҡатын.

Ситтән ҡарап тороуға еңел генә кеүек күренгән баҙарҙағы һатыу эшенең күпме тырышлыҡ, сыҙамлыҡ, ихтыяр көсө талап иткәнен үҙ продукцияһын һатыуға сығарғандар ғына беләлер.
Һөтөңдө эшкәрткәндә килеп сыҡҡан ризыҡтың уңыуы үҙе бер ҡаҙаныш. Уны тәҡдим итә белеп, тиҙ генә һатып ебәреүгә лә һәләт кәрәк. Ҡышҡы сатнама һыуыҡтарҙа ла, йәйге эҫелә лә баҙарҙа тороуға дәрт иткән апайҙар, күпме көс һалып эшләп алып килгән ризыҡтарын иҫкертмәй һатып бөтөп, кире тейәп ҡайтмаһалар, үҙе ҙур ҡыуаныс. Йылдар буйы баҙар ҡыҙырып, йышылып бөткән, тиерһең, ихласлығы, сослоғо менән гелән уңып ҡайта Гөлнара апай.
Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 21 май һанынан уҡығыҙ.
Читайте нас: