Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
16 Апрель 2021, 10:00

Уңғандарҙың эше лә уң

Ауылда малһыҙ йәшәүҙе күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Бәғзе берәүҙәр малды бөтөрөп, рәхәткә сыҡтыҡ, тиһәләр, икенселәр күпләп аҫрап, мул табыш алып йәшәй.

Ауылда малһыҙ йәшәүҙе күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Бәғзе берәүҙәр малды бөтөрөп, рәхәткә сыҡтыҡ, тиһәләр, икенселәр күпләп аҫрап, мул табыш алып йәшәй.
Әтек ауылында йәшәүсе Баймөхәмәтовтар ауылда йәшәүҙең бар мөмкинлектәрен файҙаланып донъя көтөүсе тырыш ғаиләләрҙең береһе. 2000 йылдан алып ғаилә бизнесын уңышлы алып барған Альберт Фитрат улы менән Таңсулпан Хаммат ҡыҙы - үҙ эштәренең бар нескәлектәрен белгән тәжрибәле эшҡыуарҙар.
«Алға» совхозында 25 йыл водитель булып эшләгән ғаилә башлығы хужалыҡ тарҡалғандан һуң да баҙап ҡалмай. Ғаиләне аҫрау, балаларын үҫтереп, уларға кәрәкле белем биреү маҡсатында, ул ваҡытта фельдшер булып эшләп йөрөгән ҡатыны менән, йөрьәт итеп, ауылда магазин асып ебәрәләр. Уңғандың ҡулынан бал тама, тигәндәй, эштәре ыңғай ғына бара, аҙыҡ-түлек менән бергә көнкүреш тауарҙары ла һаталар. 2015 йылда ауыл хужалығын үҫтереү программаһы буйынса бүленгән грант ярҙамында мал һатып алып, крәҫтиән-фермерлыҡ хужалығы ойошторалар. Әлеге ваҡытта 30 баш мал аҫрап, уларҙан яҡшы килем алып, етеш, ҡотло донъяларында йәшәгән, ең һыҙғанып эшләгән көндәре.

- Мал үрсетеүҙе, итте һатыуға сығарыуҙы санитар талаптарға ярашлы эшләргә тырышабыҙ. Элекке совхоз фермаһы ерен арендаға алып, рәткә килтерҙек. Малдар шундағы ике һарайҙа торалар. Бер ғаиләне эш менән тәьмин иттек. Ярҙамсыбыҙ Рәфис улдары менән үҙенә йөкмәтелгән эштәрҙе урын-еренә еткереп башҡара. Мал салыу буйынса закондар үҙгәргәс, итте сығарып һатыу беҙгә күп сығымдар килтерҙе. Шуға күрә 2019 йылда хөкүмәт ярҙамы менән мал һуйыу цехын астыҡ, - тип эшмәкәрлектәре менән таныштырҙы Альберт Фитрат улы.
Әйткәндәй, мал һуйыу цехы районда икәү генә. Тәүгеһе Иҫке Собханғолда урынлашҡан. Хәләл итеп эшкәртелгән итте район үҙәгендәге баҙарға сығарып, йә заказға һатып ебәрәләр. Ауыл халҡына ла малдарын һуйып, тейешле рөхсәт ҡағыҙҙарын бирәләр. Цехта әле эшләнәһе эштәр күп – бүлмәне ҙурайтырға, йылы иҙән эшләргә, малды күтәреү, элеп ҡуйыу ҡоролмаларын тутыҡмай торған тимерҙән эшләнелгәненә алмаштырырға, һыуытҡыс, туңдырғыстар урынлаштырырға кәрәклеге тураһында пландары менән бүлеште эшҡыуар.

Ит менән бергә шулай уҡ тултырма, боролған ит, ҡаҙы ла тәҡдим итәләр. Киләсәктә мал-тыуарҙарын тағы ла ишәйтеп, һөт ризыҡтарын һатыуға сығарырға, билмән етештереү цехын асырға ниәтләйҙәр.

Йүнсел хужаның ҙур йөк машиналары, тракторҙары, сәсеү, сабыу, йыйыу өсөн кәрәк булған тағылма техникалары бихисап. Ферма янындағы пилорамаларында төҙөлөш өсөн кәрәкле ағас материалдары эшкәртәләр, ауыл халҡының заказдарын да үтәйҙәр.

Баймөхәмәтовтар уңғанлығы, тырышлығы, ярҙамсыллығы, йүнселлеге менән бергә татыулыҡтары, бер-береһенә ихтирамлы һәм иғтибарлы, күркәм холоҡло булыуҙары менән кешеләрҙе һоҡландырып донъя көткән ғаилә.

Альберт Фитрат улы менән Таңсулпан Хаммат ҡыҙы ике бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Улдары Айгиз юридик белемле. Ғаиләһе менән ата-әсә янында донъя ҡорған, кәләше менән ике ул тәрбиәләйҙәр. Айгиз хужалыҡ эшендә алыштырғыһыҙ ярҙамсы, кәңәшсе. Ҡыҙҙары Таңһылыу БДУ-ның юридик факультетында 3-сө курста уҡып йөрөй. Хужабикәнең дә ҡулынан килмәгән эше юҡ. Иркен, матур йорттарын шау сәскәгә күмеп, донъяларына йәм һәм ҡот өҫтәүсе ул.

- Йәштәрҙең ҡырға, ҡалаға ҙур аҡса эҙләп сығып китеүенә аптырайым, - ти Альберт ағай. - Ауылда эш юҡ, тип зарланыу урынһыҙҙыр ул. Малмы, ҡош-ҡорт аҫрайһыңмы, ауылдағы эштең сиге юҡ. Тырышып тотоноп эшләргә генә кәрәк. Ҡайҙандыр, кемдәндер нимәлер көтөп, өмөт итеп йәшәй торған ваҡыт түгел. Һәр кем донъяһын, бәхетен үҙе ҡора.

Бына ошондай күркәм, эш һөйөүсән, йәштәргә үрнәк булған ғаиләләрҙә бит ул ауылдарҙың ҡото.
Читайте нас: