Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
26 Ғинуар 2021, 12:00

Ҡулдарына күҙ теймәһен

Оҫта ҡуллы, бай фантазиялы гүзәл заттарыбыҙ ниндәй генә матур эштәре менән беҙҙе һоҡландырмай. Төп эше менән бер рәттән яратҡан, күңел ятҡан шөғөлө менән дә ихласлап мауығыусы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе - Ғәҙелгәрәй ауылы ҡыҙы Гүзәл Хафизова.

Оҫта ҡуллы, бай фантазиялы гүзәл заттарыбыҙ ниндәй генә матур эштәре менән беҙҙе һоҡландырмай. Төп эше менән бер рәттән яратҡан, күңел ятҡан шөғөлө менән дә ихласлап мауығыусы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе - Ғәҙелгәрәй ауылы ҡыҙы Гүзәл Хафизова.
Былтыр «Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалының «Әсә йөрәге» әсәләр советы менән берлектә «Бишек - ҙур донъяға ишек» проекты ғәмәлгә ашырылғайны.
Гүзәл Өфөлә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында ошо конкурстың Гала-концертында булып, “Бишек эшләү оҫтаһы” номинацияһында еңеүсе исеменә лайыҡ булып ҡайтҡандан һуң, беҙ уның менән яҡынданыраҡ танышырға булдыҡ.

Конкурсҡа тигән сәңгелдәкте эшләү уйламағанда килеп сыға. Шул уҡ Ғәҙелгәрәй ауылынан Зифа Юлсурина “Бала һәм өлкән кеше башҡарған бишек йыры” номинацияһында ҡатнашырға уйлай. Дистанцион форматта булғас, сәңгелдәк янында йыр башҡарып, видеоға төшөргә кәрәк була. Әммә сәңгелдәк таба алмайҙар, шунан Гүзәлгә мөрәжәғәт итәләр. Гүзәл ағастан, биҙәктәрен фанеранан лобзик менән ҡырҡып, ҡупшы ғына бишек эшләп бирә. Ауылдаштары: “Әйҙә, һине лә эшләгән бишегең менән бергә фотоға төшөрөп ебәрәйек”, тип өгөтләйҙәр. Һөҙөмтәләр буйынса, Гүзәл финалистар исемлегенә индерелә. Күп тә үтмәй, уның эштәрен күрергә БСТ каналынан килеп тә төшәләр.

- «Бишек» - мәғәнәле, фәһемле, рухлы проект. «Тамыр» конкурсында ҡатнашҡандарҙың һәр береһе һәләтле. Бик ҡәнәғәт булып ҡайттым. Алсаҡ алып барыусылар матур ҡаршы алып, оҙатып йөрөнөләр. Ундағы мөнәсәбәт, йылы мөхит бик оҡшаны, - ти ул, һоҡланыуын белдереп.

Гүзәл һөнәре буйынса мәктәптә рәсем, хеҙмәт дәрестәренән уҡыта. Һүрәт эшләү серҙәренә төшөндөрөүсе уҡытыусыларының дәрестәрен балалар һағынып көтөп алалар. Уҡыусыларын дәртләндереп, уларҙың яҡшы сыҡҡан һүрәттәрен социаль селтәрҙәргә лә ҡуйып бара Гүзәл.
Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 26 ғинуар һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: