Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
6 Ноябрь 2020, 11:00

Күңел ятҡан эш йәнгә дауа

- Бала саҡтан ағас эше күңелемә яҡын ине. Күңелем дә ынтылғас, ағастан төрлө әйберҙәр эшләүгә оҫталығым да бар һымаҡ тойолғас, уҡытыусы һөнәренә уҡыһам да, йыһаз эшләү менән ныҡлап мауығып киттем, - тип башланы һүҙен Ҡурғашлы оҫтаһы.

- Бала саҡтан ағас эше күңелемә яҡын ине. Күңелем дә ынтылғас, ағастан төрлө әйберҙәр эшләүгә оҫталығым да бар һымаҡ тойолғас, уҡытыусы һөнәренә уҡыһам да, йыһаз эшләү менән ныҡлап мауығып киттем, - тип башланы һүҙен Ҡурғашлы оҫтаһы.
«Йорт йыһазы яһау күңел талабыңмы әллә аҡса эшләү сығанағымы?»- тигән һорауыма: «Икеһе лә бер-береһен тулыландыра. Әлбиттә, бөтә нәмә лә аҡсаға бәйле заманда аҡсаһыҙ ҙа булмай. Заказдарҙан бушыраҡ ваҡытта күңелемә ятҡан, күңелем теләгән әйберҙәр яһайым”, - тип яуап бирҙе ул.

Һүҙем Ильяс Асҡаров тураһында булыр. Ҡурғашлының оҫта ҡуллы кешеләренең береһе ул Ильяс. Бер генә лә буш торған сағын күрмәҫһең уның. Һәр саҡ төҙөлөш эштәрен теүәлләп йә оҫтаханаһында ниҙер ижад итеп йөрөй ул. Ижад итеп, тимен, сөнки ул эшләгән әйберҙәрҙән ниндәйҙер йылылыҡ бөркөлә. Күңел һалып, бар оҫталығын эшкә егеп, урын-еренә еткереп эшләгән зауыҡлы һәм сифатлы йыһаздары әллә күпме кешене ҡыуандырғандыр. Заказдарҙы эшләп өлгөрт кенә!

Ильяс менән Фәймә ҡурсаҡтай ике ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. Йәштәр яңыраҡ ҡына өй туйланы. Үҙ йорттарының һәр әйберен үҙ ҡулдары менән зауыҡлы һәм заманса итеп эшләгән йорт хужаһы.

Киләсәккә пландарын һорағас, ошондай яуап алдым: «Алланы көлдөргөң килһә, пландарыңды һөйлә, тиҙәр. Шуға күп нәмә сер булып торһон. Ә уй-маҡсаттарыма килгәндә, үҫеүҙән туҡтамаҫҡа, яңы, ят проекттар өҫтөндә эшләргә ниәт».

Эйе, Ильяс бер урында ғына тапана торған кеше түгел. Оҫталығын камиллаштырыу өҫтөндә эшләгәне, яңылыҡҡа ынтылғаны күренеп тора - йылдан-йыл маһирлана, оҫтара ғына бара. Күңел һалып эшләгән эш йәнгә дауа ғына шул. Уңыштар һиңә,Ильяс!
Читайте нас: