Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
20 Октябрь 2020, 18:00

Һөт-ҡаймаҡҡа ихтыяж ҙур

Төрлө ауылдарҙан уңған хужа һәм хужабикәләр үҙ хужалыҡтарында етештерелгән һөт ризыҡтарын, ит, йомортҡа, бал һәм йәшелсә-емештәрен баҙарға килтереп һата.

Төрлө ауылдарҙан уңған хужа һәм хужабикәләр үҙ хужалыҡтарында етештерелгән һөт ризыҡтарын, ит, йомортҡа, бал һәм йәшелсә-емештәрен баҙарға килтереп һата.
Әммә хәҙер, сикләүҙәр индерелеү сәбәпле, район баҙары артыҡ гөж килеп тормай, әлбиттә. Шулай ҙа район халҡына үҙ тауарҙарын һатырға рөхсәт бар. Барыһы ла битлек-бирсәткәлә, санитар нормалар үтәлгән булырға тейеш.
Баҙар хаҡтары менән таныштырып үтәйек:
һөт (1 литр) - 70 һум, ҡаймаҡ (0,5 литр) - 230 һум, май (1 кг) - 400 һум, эремсек (1 кг) - 100 һум, сыр (1кг) – 400 һум, ҡорот (1 кг) - 180-200 һум, бал (3 литр) - 2300-2500 һум, йомортҡа - 9 һум, ҡаҙы (1 кг) - 700 һум, кәбеҫтә (1 кг) - 20 һум, бейә ҡымыҙы (1,5 литр)– 200 һум, кәзә ҡымыҙы (1,5 литр) - 150 һум, помидор (1 кг) – 40 һум, керән тамыры (200 г) – 50 һум, терн емеше (5 литр) - 300 һум.
Район халҡы сифатлы һөт продукцияһын сират тороп ала. Һатып алыусыларҙы шәхси хужалыҡта етештерелгән продукцияның сифатлыраҡ, тәмлерәк булыуы йәлеп итә. Айырыуса һөт менән ҡаймаҡҡа ихтыяж ҙур.
Йүнселдәрҙең бер нисәүһе менән әңгәмәләшеп тә алдыҡ.
- Иртә торһаң, ит бешә, тиҙәр беҙҙең яҡтарҙа, шул мәҡәл йәшәү рәүешенә әүерелде, – ти оҙаҡ йылдар үҙҙәре етештергән продукцияларын тәҡдим итеүсе. – Эштән ҡурҡмағандар ошонда тора инде.
Колхоз бөткәс, үҙ хужалыҡтарында күпләп мал үрсетеүгә тотонған уңған ауыл ҡатындары, ошолайтып һөт-майҙарын һатып, ғаилә аҫрай.
- Бер пенсияға ҡарап ултырып булмай. Һатыуҙан килем һәйбәт килә. Ғаиләләге башҡа килемдән артып китә. Шуға баҙарға сығабыҙ. Йоҡлап ятмаҫ кәрәк, - ти сауҙа итеүселәр. Һөт продукциялары менән инде 20 йыл тирәһе сауҙа итеүсе Мәрғиә Ғәлиуллина (Исламбай ауылынан) 8 баш һауын һыйырҙарын хәҙер аппарат менән һауа икән.
- Таңғы 5-тә торабыҙ, сәғәт 7-гә ҡаймаҡ бороп та алабыҙ, - ти бер тауыштан күңелдәре эш тип янған сауҙа итеүселәр.
- Берәүгә лә сер түгел, ҡайһы бер яҡтарҙа элек шаулап торған колхоз яландары күптән инде пай ерҙәре итеп бүленеп бирелде. Шуға күрә бесәнлектәр ҙә самалы. Һатып булһа ла алып, мал аҙығын етерлек әҙерләнек инде, - ти сауҙа итеүселәр.
Мораҙымдан Нәфисә Тулыбаева:
- 10-сы йыл һатам, шөкөр. 4 баш һыйырымдың ағын эшкәртеп алам. Байназарҙан заказ менән май, ҡорот эшләтеп алалар. Бында торғандарыбыҙҙың барыһының да үҙ клиенттары бар. Хәҙер һөт кәмене, һыйырҙар ҡайтмай башланы, - ти.
Янһарынан Зөлфирә Шәғәлина кәзә ҡымыҙы һата. Ул 12 йәшенән һыйыр һауа башлаған.
- Иртә менән тороп һыйыр һауам да мәктәпкә китә инем. Каникул ваҡыттарында ла колхозда эшләнем. Класташтарым: “Кит, һинән силос еҫе килә”, - тиһәләр: “Силос түгел, аҡса еҫе”, - ти торғайным. Аҡсаһын түләнеләр, уҡыусы ғына булһам да бүләктәрен, премияларын да бирҙеләр, - ти ул.
Байназарҙан Фәйләрә Вәлитова кәбеҫтәләрҙең брокколи, кольраби тигән төрҙәрен, тоҙланған бәшмәк (төрҙәренә ҡарап, 0,5 литр – 250-350 һум), алманан ҡайнатма, повидло, киптерелгән үләндәр (150-200 һум), шулай уҡ «Биозан» компанияһының дарыу үләндәрен һата.
Фәйләрә апай белдереүенсә, ҙур шалҡанға оҡшаған кольрабины ябай кәбеҫтә, брокколи, топинамбур менән бергә ҡырғыстан үткәреп, турама эшләп ашаһаң, бик файҙалы икән.
Апай-инәйҙәрҙең баҙар етәкселегенә үтенестәре лә бар - сауҙа итеүселәр өсөн өҫтәл эргәһенә сумка, әйберҙәрен ҡуйып торорлоҡ урын эшләнелһә ине, тигән теләктәрен еткерҙеләр.
Ит һатыусылар ҙа күп килгән. Һыйыр, йылҡы итенең килограмы уртаса 330-380 һум тирәһендә тирбәлә. Уларҙың да әйтер һүҙҙәре бар. Ит һатыу өсөн вәғәҙә ителгән айырым ябыҡ павильон ҡасан булыр икән, тигән һорауҙарын бирҙе улар.
Ҡулдары эш белгән, уны аҙағына еткерергә өйрәнгән тырыш, ҡыйыу, ныҡышмалдар ғына эштәрен ыңғайлата, уңышҡа өлгәшә.
Баҙарҙы барлап йөрөгәндә шундайҙарҙың беҙҙә лә күп булыуы ҡыуандырҙы.
Читайте нас: