Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
17 Сентябрь 2020, 19:00

ЮҠТАН БАР ЯҺАЙҘАР

Барҙы әрәм-шәрәм итеп, юҡҡа сығарырға ғына тороусылар ҙа, юҡтан бар яһап, булғанды болдап тотоноп, донъя ҡотайтыусылар ҙа юҡ түгел.

Барҙы әрәм-шәрәм итеп, юҡҡа сығарырға ғына тороусылар ҙа, юҡтан бар яһап, булғанды болдап тотоноп, донъя ҡотайтыусылар ҙа юҡ түгел.
Яңы Монасипта йәмле Иҙел буйында йәшәүсе Атагилдиевтар һуңғы теҙмәгә инә. Тырышлыҡтары, бөтмөрлөктәре менән.
Атагилдиевтар ҙур өйҙәрен (8х9) күтәртеп, башын ябып ҡуйған. Биләмәләрен профнастил менән матур итеп уратып алғандар. Йорт хужаһы Рәшит Ниәтулла улы пилорамала эшләй.
Кәләше, Тимер ҡыҙы Нурсилә бөтә нәмәгә өлгөрә – өлкән ҡәйнәһен йүгерә һалып барып ҡарап-тәрбиәләп килергә лә, ҡырым сиреүендәй балаларының өҫ-башын тәрбиәләп, ашатып-эсереүгә лә, үҙҙәре баҫтыртып сығарған әллә нисәмә оя күркәләрен ҡарарға ла, өҫтәлде мул һыйлы итер баҡсаһына етешергә лә.
- 2010 йылда өйләнештек. Ҡәйнәм Үзбәкстанда йәшәп ҡайтты. Ул әле Себер тарафтарына сығып, аҡса эшләп килә, беҙгә лә ярҙам итә. Балалар ишле булғас, биш баш йылҡыбыҙ, 15 башлап һарығыбыҙ, һыйырыбыҙ бар. Үҙебеҙгә инкубатор алдыҡ. Былтыр 9 мең һумлыҡ себеш һаттым. Күркә итен заказ буйынса Иҫке Собханғолдан килеп алдылар.
Бесәнде атайымдар менән бергәләп эшләп алдыҡ. Икәүләп тырышмаһаң, донъя алға бармай, шуға тырышабыҙ инде, - ти Нурсилә.
Эйе, 4-се класҡа бараған Фәрүәз, 2-се класҡа юлланған Мәликә, 6 йәшлек Фирүзә менән икеһе лә тулмаған Рәдифтең әле иң бәхетле – борсолоуһыҙ, проблемаһыҙ, ата-әсә, өләсәйҙәр ҡуйынына һыйынып ҡына ирәйеп йәшәгән сағы. Бала саҡтың бар бәхете лә – бөтөнлөктә, тамаҡ туҡлыҡта, өй тигән кескенә дәүләттә тыныслыҡ һәм үҙ-ара аңлашыусанлыҡ булыуҙа шул. Ошонан айырмаһын Яңы Монасип Атагилдиевтарын!
Читайте нас: