Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
1 Июль 2020, 16:28

ҠЫМЫҘҒА ИХТЫЯЖ ҘУР

Фәнил Көнәфиндең ҡымыҙ йәйләүенән иртә-кисен кеше өҙөлмәй. Районда беренселәрҙән булып йәйләүгә сыҡҡан Иҫке Монасип уңғандарының биләмәһендә эштең йәйҙең үҙе кеүек ҡыҙыу сағы

Фәнил Көнәфиндең ҡымыҙ йәйләүенән иртә-кисен кеше өҙөлмәй. Районда беренселәрҙән булып йәйләүгә сыҡҡан Иҫке Монасип уңғандарының биләмәһендә эштең йәйҙең үҙе кеүек ҡыҙыу сағы:
ҡымыҙ бешеү эшендә байтаҡ тәжрибә туплап, оҫтарып алған Йәмилә 6-сыны бөткән ҡыҙы Динә менән һауын бейәләрен көнөнә биш һауып, бешеп өлгөртөп кенә тора, Фәнил көтөүселәр Хәбир Әхмәтшин һәм Әҡсән Әйүпов менән ялан кәртәне яңыртыуға була бағаналар ултыртыу менән мәшғүл.
Яуынһыҙ йылда мәрйендәй ваҡ турғай еләгенән ҡайнатма эшләп, төрлө үләндәрҙе йыйып, үлән сәйе яһап алырға ла өлгөргән әсәле-ҡыҙлы.
-Икенсе июндә күстек йәйләүгә. Ҡолонло бейәләр әле ун баш ҡына. Шулай ҙа булған һөттө эш итеп торабыҙ.
Әле ике туйға, тыуған көнгә күмәртәләп алдылар ҡымыҙҙы. Бигерәк тә балалар яратып эсә, тип килә ата-әсәләр. Ямғыр яумағас, һөт кәмеп тора.
Литр ярымлыҡ пластик шешәләге ҡымыҙҙы 200 һумдан һатабыҙ. Сейә ботағы ҡушып эшләнгән ҡымыҙҙы уғата яраталар.
Даими һатып алыусыларыбыҙ ҙа бар. Көтөүселәребеҙ һәр саҡ күҙ – ҡолаҡ булып торорға тырышһа ла, бүре 3 ҡолондо ашаны, береһен талап ҡайтарҙы.
Бәләкәй ҡолондар аҙыраҡ утыҡҡансы имеп йөрөй, - тип йәйләү тормошона бер тынала ҡылыҡһырлама бирә Йәмилә.
Эйе, ырыҫтырыштар ҡулында. Юҡтан бар яһайым тип торған Монасип Көн әфиндәре фәҡәт тырышлығы менән ирешә уға.
Читайте нас: