Ырғыҙлы тарафтарына сәйәхәттә Илгиз илендә булып, районыбыҙ йәштәренең яңылыҡҡа, матур һәм заманса йәшәргә ынтылышын күреп ҡыуанып ҡайттыҡ.
Илгиз Килдейәров, туристарҙы ҡабул итеү йүнәлешендә эш башлаған КФХ етәксеһе, үҙе өйҙә булмай сыҡты. Әсәһе, ғүмер буйы ҡурсаулы биләмәләрҙә: Башҡорт дәүләт тәбиғәт, “Шүлгән-Таш” ҡурсаулыҡтарында, “Башҡортостан” милли паркында эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан Мөслимә Фәйзрахман ҡыҙы – улының төп таянысы, ярҙамсыһы.
Яңы ғына ҡунаҡ йорттарында ҡунып сыҡҡан туристарҙы оҙатып, тоҡҡа постель кәрәк-яраҡтарын һыпырып алып тултырып йөрөүсе Мөслимә апай бик ихлас әңгәмәсе генә түгел, биләмә менән таныштырыусы гид булып сыҡты.
-2013 йылда Ырғыҙлыға немецтар килде. Улар 2003 йылда ауыл хаҡында фильм төшөрөп киткәйне. Ошо фильм бик тиҙ популярлыҡ яулап, 40 мәртәбә прокатта булырға өлгөргән. Тарихи фильмдар инде. Ана шул 2013 йылда беҙҙең бер генә өйөбөҙ бар ине. Немецтарҙы ихлас ҡабул иттек. Уларға үҙебеҙҙең милли аш-һыуҙы тәҡдим иттек. Ауылса шарттарҙа йәшәү оҡшап һалды тегеләргә. Шунан, йөрьәт итеп, тағы өйҙәр төҙөргә булып киттек. Беҙҙең хәҙер өс ҡунаҡ өйөбөҙ, мунса, тышҡы бәҙрәф бар. Ихатаға һыу ҡаҙҙырып алдыҡ. Биләмәбеҙ матур урында – теге яҡта ла йылға, был яҡта ла. Беҙ туристарҙы ашатмайбыҙ, уларға ҡунып сығырлыҡ өйҙәрҙе тапшырабыҙ. Уларҙа мөмкин тиклем уңайлыҡтар булдырырға тырышҡанбыҙ: һәр өйҙә ташылмалы газ бар, береһендә электр плитәһе эшләй.
Һәр өйҙә йәшәрлек уңайлыҡтар булдырылған: соланда сәй эсеп йөрөрлөк оҙон өҫтәл, эскәмйәләр ҡуйылған. Эстә йыуынғыс, һыуытҡыс, газ плитәһе, баҡырса, самауыр, бөтә кәрәкле һауытһаба, киң һәм ике ҡатлы итеп эшләнгән урындыҡтарға етерлек постель кәрәк-яраҡтары бар.
Биләмәлә йорт ҡуяндары тотабыҙ. Улары 30-лап ине, кәметтек. Ҡала балаларына, ауылға килһә, берәй әүрәгес кәрәк бит. Шул ҡуяндар менән маз булалар. Йәйге осорҙа өйҙәр буш тормай – алдан заказ биреп, биләп бөтәләр. Яртышар ай йәшәгәндәр бар – ауыл тормошо оҡшай кешеләргә. Туристар ризыҡты ауыл кешеһенән һатып алып, үҙҙәре бешереп ашай. Ауыл халҡы май-ҡаймағын, өй икмәген, ҡорот-эремсеген, ит-картуфын тәҡдим итә. Һәр өйгә заманса матур мейестәр сығарылған. Уларын төрлө төҫкә буяп, хатта семәрҙәр һалып бөттөк. Һәр өйҙө үҙенсәлекле итеп йыһазларға, биҙәргә тырыштыҡ. Мәҫәлән, береһендә һәр нәмәлә күбәләктәр хөкөм һөрһә, икенсеһендә – сәскәләр. Башҡортса урындыҡ, тирүгә, һуғылған балаҫ та ылыҡтырғыс көскә эйә. Һәр йортта телевизор ҙа бар. Ишек, кейем элгестәр ҙә семәрләп-һырлап эшләнгән. Марал мөгөҙө лә бик оригиналь. Иҙәндәр махсус шалланмаған, бүрәнәләр һап-һары – кешегә ошо самимилыҡ, ябайлыҡ, ҡарағай еҫе сығып торған йорттар оҡшай.
Башҡорт стиле, рухы өҫтөнлөк итә беҙҙә. Бер йортобоҙҙоң икенсе ҡаты бар. Унда ҙур палатка ҡуйылған. Йәштәргә ошо – үҙе романтик донъя. Беҙгә йыл әйләнәһенә киләләр. Һәр йортта 7-8 кеше ҡунып сығырлыҡ урын бар. Нисә кеше килһә лә, йән башына 500-әр һумдан түләйҙәр. Алты йәшкә тиклемге балаларға – бушлай, 10 йәшлек балалар өлкәндәр рәтенә керә. Дөйөм алғанда, бер килгән кешеләр йыл да килә. Нигеҙҙә, Өфө, Октябрьский, Магнитогорск, Силәбе, Ырымбурҙан киләләр. Июль айына Мәскәү кешеләре алдан яҙылып ҡуйҙы. Ғөмүмән, миңә был эш, йәғни кешеләргә хеҙмәт итеү оҡшай,- тип биләмәһе менән ихлас таныштырҙы Мөслимә апай.
Ҡыш та ҡуна ятып ял итеү мөмкинлеге бар, сөнки өйҙәр мейес яғып йылытыла. Һәр өй алдында мангал урынлашҡан. Көплө мангал зонаһы быйыл әҙерәк ел-дауылда зыян күргән. Балаларға ағас ботағында эйерлек табандырыҡлы сәңгелдәктәр ҙә ҡуйылған, заманса мунсала хуш еҫле миндек менән сабынып тороп мунса төшөргә була. Ауылдан ары, Йомағужа һыуһаҡлағысына барып балыҡ тотам, матур урындарға сәйәхәт ҡылам, тигәндәргә Йәмил ағайҙың моторлы кәмәләре әҙер, һыуһаҡлағыста йөҙөп йөрөүсе йорттары ла бар. Эйе, бәрәшкәләшеп донъя йөгөн генә түгел, туристарҙы хеҙмәтләндереүҙе лә тартһаң, дөйөм эш килеп сыҡҡандай.
Ырғыҙлы йылғаһы буйында, бик матур ерҙә урынлашҡан Илгиздең туристарҙы ҡабул итерлек биләмәһе.
Ҡасандыр милли парктан килтереп ултыртҡан пирамида сүрәтле тирәктең береһе күккә олғашҡан, яр буйындағы таллыҡта ҡоштар һайрай, оло һәм кесе йылға арауығындағы хозур биләмәлә тормош ҡайнай – ҡала ығызығыһынан, мең проблемалы сыбар донъянан, шау-шыуҙан һәм ҡабалан, бәғзе саҡ мәғәнәһеҙ тормоштан ҡасҡан кешеләр Илгиз Килдейәровтың тыныс һәм ауылса ябай биләмәһендә күңел тыныслығы, йән рәхәте таба икән – йәш фермерҙың эшкә тотоноуында фәтеүә һәм башҡаларға өлгө бар.