Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
15 Ноябрь 2019, 13:26

"КОРЕЛЬ" САЛАТЫ

Дуҫтар, һуңғы ваҡытта һеҙгә тәмлекәстәр рецептары тәҡдим итмәй башлағанбыҙ икән дә баһа! Әйҙәгеҙ, ял көндәрендә бынау еңел генә салатты эшләп ашап алайыҡ булмаһа.

“Корель” салаты
Дуҫтар, һуңғы ваҡытта һеҙгә тәмлекәстәр рецептары тәҡдим итмәй башлағанбыҙ икән дә баһа! Әйҙәгеҙ, ял көндәрендә бынау еңел генә салатты эшләп ашап алайыҡ булмаһа.
Кәрәк була:
400-әр грамм һыйыр ите, картуф, бешкән сөгөлдөр, 300 грамм әҙер корейса кишер, 1 алма, самаһына ҡарап майонез (250 грамм самаһы).
Ингредиенттар ҡатлап һалына:
1-се ҡат – һаламлап туралған ит;
2-се ҡат – таҙартып, ҡырғыс аша үткәрелгән алма;
3-сө ҡат – ҡырғыс аша үткәрелгән бешкән картуф;
4-се ҡат – ҡырғыс аша үткәрелгән бешкән сөгөлдөр;
5-се ҡат – корейсе кишер.
Һәр ҡаттың араһына майонез һылана. Салаттың өҫтөн дә майонез менән тигеҙләп ҡуйырға кәңәш ителә. Үҙегеҙсә биҙәргә мөмкин. Мәҫәлән, йәшел һуған менән.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Читайте нас: