27 сентябрь – Бөтә донъя туризм көнө. Ул туризмды пропагандалау, туризмдың мәҙәни бәйләнештәрҙе үҫтереүгә индергән өлөшөн сағылдырыу, халыҡтар араһында үҙ-ара аңлашып йәшәүҙе тәьмин итеү маҡсатында булдырылған. Туристик агентлыҡтар, туристик компаниялар ғына түгел, сәйәхәтселәр һәм туристар ҙа был байрамды билдәләй.
Бөрйән үҙенең матур тәбиғәте, бай мәҙәни мираҫы, күренекле тәбиғәт һәйкәлдәре менән ҡунаҡтарҙы үҙенә ылыҡтыра. Туризм өлкәһе районыбыҙҙа йылдам үҫешкән, әүҙем һәм сәләмәт ялдың иң таралған төрҙәренең береһе.
Ял итеүҙе ойоштороу һәм үткәреүгә бәйле эшмәкәрлек алып барыусы ойошмалар ҙа байтаҡ. Был йәһәттән Хәлиуллин Урал Шәриф улы етәкләгән «Капова-Тур» шәхси туристик фирмаһы иң уңышлыларҙан һанала.
Материалдың тулыраҡ вариантын 27 сентябрь һанынан уҡығыҙ.