«Нәсимә апайҙың фазендаһын барып яҙығыҙ әле», тиһәләр ҙә, ошоғаса Мораҙым тарафтарына юл төшмәй торҙо.
Ниһайәт, беҙ осло башлы тауҙарын күккә сөйгән ауылда. Баҡса тигәнең Нәсимә апайҙа 30 сутыйҙан ашыу икән. Дүрт баҡсаның һәр береһе емеш-еләк ағасы, ҡыуаҡтар, йәшелсә, еләк менән тулы.
- Баҡсанан ғына 50 мең һум тирәһе табыш алдым, кесе йома баҙарында ғына 10 меңлек емеш-еләк, еләк үҫентеләре һаттым. Баҡса еләгенең биҙрәһен 800 һумдан, ошо уҡ хаҡҡа ике биҙрә бөрлөгән, мең ярымға 1 биҙрә көртмәле, төбөн 20 һумдан ремонтант еләк һатып ҡайттым. Еләгем картуф баҡсаһындай ерҙе алып тора - көн дә 6 биҙрә йыйып алам. “Гигантелла” тигән еләк шул хәтлем уңды. Былтыр Иҫке Собханғолдағы әхирәтем Клара Сафинанан алып ултыртҡайным, үрсене лә китте. Тәрбиә кәрәк инде. «Виктория» еләкте йәйенә бер генә бирә, был “гигантелла” ҡар яуғансы уңыш бирә лә ҡуя, унда ла ҡыҙарып ултыра әле ул, - ти Нәсимә апай.
Мәҡәләнең тулы вариантын гәзиттең 30 август (№70) һанынан уҡығыҙ.