Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
14 Февраль 2019, 12:02

Ниәт - ярты эш

Берәүҙәр, ниндәйҙер тәғәйен ҡарарға килеп, ҡәҙимге тормошона үҙгәрештәр индерергә йөрьәт итмәй – йөрәге етмәй йөрөгәндә, Илдар менән Елена Йәғәфәровтар кеүек яңы башҡорттар (уларҙы ниңәлер шулай атағы килде), икеһе лә бөгөнгө эшһеҙлек заманында даими һәм заманына күрә аҡсалы эштәрен ташлап, солоҡсолоҡҡа тотонғандар.Солоҡсолоҡ менән шөғөлләнеү теләге Илдарҙа бала сағында уҡ уянған. Ҡан хәтере көсө, тип әйтәйекме, уға ғына насип тәғәйенләнешме – ул, ҡатыны Елена әйтмешләй, ошо кәсепһеҙ, ҡорттарһыҙ тора алмай.

Берәүҙәр, ниндәйҙер тәғәйен ҡарарға килеп, ҡәҙимге тормошона үҙгәрештәр индерергә йөрьәт итмәй – йөрәге етмәй йөрөгәндә, Илдар менән Елена Йәғәфәровтар кеүек яңы башҡорттар (уларҙы ниңәлер шулай атағы килде), икеһе лә бөгөнгө эшһеҙлек заманында даими һәм заманына күрә аҡсалы эштәрен ташлап, солоҡсолоҡҡа тотонғандар.
Солоҡсолоҡ менән шөғөлләнеү теләге Илдарҙа бала сағында уҡ уянған. Ҡан хәтере көсө, тип әйтәйекме, уға ғына насип тәғәйенләнешме – ул, ҡатыны Елена әйтмешләй, ошо кәсепһеҙ, ҡорттарһыҙ тора алмай.
Силәгенә күрә - ҡапҡасы, тип башҡорт белмәй әйтмәгән. Ата-әсәһе Себер тарафтарында йәшәгән Еленаға ла Байназарҙа тыуып, башҡорттоң рухи сәңгелдәге булған ошо хозур ерҙә үҫеү тиккә яҙмағандыр. Ике ярсыҡтан бер бөтөн булып, ике туптай балаға ғүмер биреп, тормош һандалында һәптеюҡ “сүкелгәс”, икеһе лә ысын асылдарының фәҡәт тәбиғәт, солоҡсолоҡ менән бәйле икәненә төшөнгән Йәғәфәровтар.
Хәйер, тап әкиәттәгесә, һөйләгәс, баштан һөйләйек. Төп героинябыҙ Еленаның теле менән.
- Бала саҡтан бал ҡортона айырым бер ҡыҙыҡһыныу менән ҡараным. Әммә башҡортто башҡорт иткән был кәсеп- шөғөлгә тотоноп китеүем Илдар сүрәтендә үҙ парымды тапҡас ҡына булды.
Илдар бала саҡтан ҡорт көтөргә хыял иткән. Бирәм тигән ҡолона сығарып ҡуйыр юлына, тиҙәрме әле - 12 йәшендә урманға барғанында тәүгә йығылып ятҡан ағаста ҡырағай бал ҡорттарын табып ала. Эш былай була: солоҡ ағасы, ваҡыт һынауын лайыҡлы үткәс, ауа. Ерҙә ятһа ла, уны хужалары – нәҙекәйбилдәр ташламай. Ҡорт гөжләгән тауышҡа һағайған Илдар йығылып ятҡан ҡыу ағасты түмәргә бысып, ҡорто-ние менән алып ҡайта. Бәрәкәтле булып сыға был солоҡ – бер нисә йылдан умарталары ишәйеп китә.
Бала саҡтан урман гиҙергә ярата ул. Ундағы ҡолас иңләмәҫ солоҡ ағастарына иғтибар бирә. Үҙе солоҡ эшләргә хыял итә. Оло солоҡсоларҙан, ҡайнымдан һорашып-белешеп, 14 йәшендә генә ике солоҡ эшләп ҡуя. Яйлап биш солоҡ яба. Тәүге тапҡыр ҡырағай бал алып ҡайтып туғандарын һөйөндөрә. Үҙе студент сағында балын һатып, файҙаһын күрә – телефон, гитара, водитель һөнәрен үҙләштереп, таныҡлыҡ ала.
БДАУ-ҙы тамамлағас, Еленаны, йәш белгес булараҡ, “Үрнәк” МУСП-һына эшкә ебәрәләр. Өйләнешкәс тә бер йыл Илдар - Иҫке Собханғолда, Елена Яңы Усманда эшләй. Икеһе лә эштәрен яратып башҡара. Ул арала, мөхәббәт емештәре булып, бер-бер артлы ике балалары – Урал менән Эльвира донъяға килә. Бәпес үҫтереү, өй һалыу кеүек ҙур эштәр алға баҫа. Эш араһында өйҙәге умарталарҙы, урмандағы солоҡтарын тәрбиәләп ҡарап сығыу мең мәшәҡәтле сыбар тормоштан берауыҡҡа арындырып, күңелдәренә дәрт өҫтәй. Көҙ етеү менән таныш-тоноштары шылтыратып, солоҡ балы һорай башлай. Ваҡыт үтеү менән заказдар күбәйә – солоҡ балына ихтыяж артҡандан-арта бара.
“Тик һеҙҙең генә бал кәрәк, күп төрлө ялған “бал” араһынан һеҙҙеке кеүек сифатлы балға саҡ юлыҡтыҡ”, - тиҙәр. Кешеләрҙең ошондай йөпләү һүҙҙәре, ышанысы йәштәрҙе солоҡсолоҡ тигән ата-бабаларыбыҙҙың боронғо кәсеп-шөғөлөнә ныҡлап тотонорға мәжбүр итә лә инде. Сит яҡтарҙағы балдың Бөрйән солоҡ балына бер нисек тә оҡшамауы, әммә ошондай ”бал”дарҙы Бөрйәндеке тип һатыуҙары йәштәрҙең эсен бошора.
Тормош тигәнең ыңғай ғына тәгәрәләмәй бит ул – 2016 йылда, йәйҙең һыуыҡ, көҙҙөң йәй ише йылы килеүе арҡаһындамы, бүтән сәбәптәнме, әллә эш аралаш ҡорт тәрбиәләүҙең насар һөҙөмтәһе булараҡмы - 2017 йылдың яҙында Йәғәфәровтарҙың бөтә умарталарындағы ҡорттары ҡырылып бөтә, солоҡ ҡорттары кәмей.
Һынау алдында юғалып ҡала, башлаған юлдан кире борола торған кеше түгел йәштәр – йәнә тәүәккәлләйҙәр, йәнә эшкә тотоналар.
Нәҡ ошо йылда ике ҡатлы ҙур йорттарын күтәртеп, башын ябалар, эстәге эштәрен дә ыраталар. Ул арала Эльвира ла ҡулдан төшөп, йәш ата-әсәгә тормош, киләсәк тураһында баш ватырға ла ваҡыт тейә башлай. Мөғжизәле урман, солоҡтар үҙенә әйҙәй, хыял иле үҙенә саҡыра. Күп уйлап тормай, өйгә тигән аҡсаға яҙғыһын ҡорт һатып алалар, умарталарын ишәйтеү менән булалар, күпләп солоҡ ябалар. Хужабикә үҙенә КФХ асып ебәрә.
«2018 йыл баллы йыл булды. Урманға сығарылған умарталар иҫ китмәле тәмле йүкә балы менән ҡыуандырҙы, солоҡтарыбыҙҙа ла бал мул булды. Беренсе тапҡыр бал йыйғанды тамаша ҡылырға, ошо иҫ киткес мауыҡтырғыс эштә ҡатнашырға тип, ситтән ҡунаҡтар килде. Әлбиттә, килгән-киткәнде ашатып-эсереү, тәрбиәләү кеүек яуаплы эштә ҡәйнәм төп ролде үтәне – уға рәхмәттең ҙуры. Ғөмүмән, ҡайны-ҡәйнәм, әсәйем, туғандарыбыҙ беҙҙең һәр башланғысты хуплап-йөпләп, хәлдәренән килгәнсе ярҙам итеп торҙо. Балалар бәләкәй саҡта ла ныҡлы тылһыҙ булмай».
Ошо эшкә йөрьәт итеп тотонорға нимә сәбәпсе булды, тигәнгә Елена, ике уйлап та тормай: ”Балалар, - тине. – Уралға – 4, Эльвираға 1 йәш саҡта урманға күмәкләшеп солоҡ ҡарарға барҙыҡ. Улыма ныҡ оҡшаны. Үткән йәй Урал беҙҙең менән урманға йыш йөрөнө. Ҡыҙым да, урман, тиһәң, һайт тигәнгә тайт тип кенә тора. Йәй көнө тәбиғәт ҡосағында ял итеп, тирә-йүнебеҙҙең матурлығына һоҡланып, үҙеңде ошо ерҙең бер хужаһы, тәбиғәттең бер өлөшө итеп хис итеүгә етәме ни?”
Балаларҙы уйлап ошо эшкә тотондоҡ, тигәйне Елена. «Беҙҙең элек эшләгән эштәребеҙ, һәптеюҡ аҡса килтерһә лә, фәҡәт үҙебеҙҙеке генә ине. Ә солоҡсолоҡ - быуындан быуынға күсер кәсеп-шөғөл. Был эштең бөтә ауырлығын да, ҡыҙыҡлы, килемле, йәнгә яҡын булыуын да балаларыбыҙ күреп үҫәсәк. Улым үҙенә солоҡ һорап ҡуйҙы инде. Ҡыҙым умарталарҙы ҡарағанда махсус кейемен кейеп, төтәткес тотоп йөрөй – һәр умарта ауыҙын төтәтеп сыға. Ошо түгелме ни матур шөғөл, баһаға лайыҡ күсәгилешлек?!» - тип һоҡланыуын йәшермәй йәш солоҡсо.
Эйе, заман башҡа – заң башҡа. Еленаның «Бәйләнештә» селтәрендә “Солоҡ балы” тигән төркөмө бар. Унда инһәң, Бөрйән урмандарын гиҙгәндәй, солоҡ ағастарына үрмәләгәндәй, хуш еҫле солоҡ балын ауыҙ иткәндәй булаһың. Урманға эш сәфәрҙәрен фотоға төшөрөп, башҡортлоғон сит өлкәләргә танытып та өлгөргән ул – интернет менән дуҫтар унда Бөрйән солоҡ балы хаҡында матур-матур фекерҙәр яҙған.
Яйлап-яйлап сит өлкәләрҙе генә түгел, тотош донъяны яуламаҡсы улар. Бөгөн яҡшы рекламаһыҙ эш итеүе ҡыйын. Ә Йәғәфәровтарҙың рекламаһы бик шәп – сифатлы солоҡ балының үҙе!
Бөгөн күптәр яңыса йәшәргә, эш урынын алмаштырырға, яңы эш асырға ҡыймағанда ирле-ҡатынлы Йәғәфәровтарҙың, үҙ тәғәйенләнештәре солоҡсолоҡ икәнлеген күңеле менән аңлап, ошо эшкә башкөллө сумыуҙары – үҙе бер мәктәп, үҙе бер юл күрһәткес.
Йөрьәт иткәндәр, ниәттәре изге булғандар иртәме-һуңмы уңышҡа өлгәшеүсән. Шулай ғына була күрһен!
А. Ғарифуллина.
Читайте нас: