Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
17 Сентябрь 2018, 16:08

Урман ҡыҙы

Ысынлап урман ҡыҙы ул Иҫке Собханғолда йәшәүсе Дилбәр Ғәлиева. Май тәпәне - тышынан, тигәнде раҫлап, Ғәлиевтарҙың сымыры донъяһы әллә ҡайҙан иғтибарҙы тарта. Баҡсалары тулы сәскә-гөл, йәшелсә-емеш, ағас-ҡыуаҡ. Әсәһе Йәмилә инәй мәрхүмәгә оҡшап, юҡты бар итергә генә тора Дилбәр.

Ысынлап урман ҡыҙы ул Иҫке Собханғолда йәшәүсе Дилбәр Ғәлиева.
Май тәпәне - тышынан, тигәнде раҫлап, Ғәлиевтарҙың сымыры донъяһы әллә ҡайҙан иғтибарҙы тарта. Баҡсалары тулы сәскә-гөл, йәшелсә-емеш, ағас-ҡыуаҡ. Әсәһе Йәмилә инәй мәрхүмәгә оҡшап, юҡты бар итергә генә тора Дилбәр.
Ҡара яҙҙан урмандан ҡайтып инмәй Ғәлиевтар. Үгәй инә үләне сәскә атҡан мәлдән башланып китә беҙҙең эш, ти ғаилә башлығы Олег Марс улы.
Әйткәндәй, Ғәлиевтарҙың өйөндә үлән төнәтмәләре, киптереп, төрлө дәүмәлдәге йәшниктәрҙә һаҡланған үләндәр өсөн айырым бүлмә, улар теле менән әйткәндә, келәт бар. Үәт, исмаһам, витаминдар келәте ул: иҙән тултырып әлморон, урман ҡарағаты, ҡыр сейәһе япраҡтары киптерергә һалынған. Тырҡыш бәшмәгенән һыҙланғанда ыуыныр өсөн төнәтмәләр эшләнгән. Болануттан сәскә атҡан мәлдә үк йыйылып, ит турағыста боролоп, быҡтырылғандан һуң киптерелеп, бына тигән сәй әҙерләнгән.
Йәш сағы Әүжәндә урыҫ араһында үткән Йәмилә инәй үҙе донъя көтөргә бик шәп булып, 11 балаһын да шуға өйрәткән. Иҫке Собханғолда йәшәүсе 4 ҡыҙы – Вәсилә, Фәриҙә, Дилбәр, Гөлдәр бер-береһенә ихлас ярҙам итешеп, урман-ҡырға ла бергә йөрөп, ихлас донъя көтәләр.
Былтыр ерән бәшмәктәрҙе хатта Ҡағы, Үҙән яғына барып йыйҙыҡ, ти Дилбәр. Быйыл аҡ бәшмәккә, ҡайын бәшмәгенә Мәһәҙей, Яуымбай яғына барғандар. Әле бәшмәктәрен тоҙлап, туңдырырын туңдырырға һалып, әҙерләмәләрен баҙға төшөрөргә йөрөүҙәре.
Ғәлиевтарҙың баҙы – үҙе бер аҙыҡ-түлек келәте. Груша, алманан повидлолар, сейә, ҡарағаттан компоттар, көртмәле, турғай еләге, шартыйҙан ҡайнатмалар, баҡсаһында үҫтергән йәшелсәләренән салаттар эшләп бөткән оҫта ханым. Баҙҙың тағы бер үҙенсәлеге: ҡышҡылыҡҡа сөгөлдөр, кишерҙәр лар кеүек ҙур ғына итеп эшләнгән ағас йәшниктәрҙә һаҡлана. Бер рәт ҡом һалып, унан һаҡланасаҡ йәшелсәне һалып, бер-береһенә тигеҙмәй һаҡлайһың, ҡыш ҡомға лейка менән әҙләп кенә һыу ҡойоп торабыҙ, ти Олег Марс улы. Быныһы ла – аҡыл.
Ҡыҙыл, ҡара, аҡ ҡарағат, виноград, ағас еләге үҫтерәләр Ғәлиевтар, йәшелсәнең ниндәй генә төрө юҡ. Теплицаны ла өй хужаһы үҙе эшләгән.
Быйыл бәшмәк күп булды, туғандарға, күрше-күләнгә лә тараттыҡ, ти Дилбәр. Биреүсе ҡулды Аллаһы Тәғәлә ярата шул – үҙҙәренә әллә нисә тапҡыр арттырып бирә. “Ләә иләһә иллаллаһ, тип урманға кереп китһәң, аҙым һайын байлыҡ-ниғмәткә тап булаһың”, - тип ҡыуана тәбиғәт йәнле урман ҡыҙы. Ылаҡты (Ашкарка) йылғаһы буйҙарын ҡыҙырып, Мәһәҙейҙән ары район сигенә лә барып сыға урман-ҡыр байлығы артынан Дилбәр. Тыуған яҡтың ҡыр-яландары тартып ҡына тора.
Быйыл турғай еләге лә, шартый ҙа, ағас еләге лә, көртмәле лә мул булды, тип ҡыуана ул.
Һарғаяла саҡта Хәбирә өләсәйгә эйәреп һарыҡ көтөргә йөрөгәндә лә буш ҡайтмай – биҙрә тултырып еләк-муйылын алып ҡайта инек, тип хәтерләй Дилбәр. Урман ҡыҙына урманыбыҙға булған һөйөүҙе алдағы быуындар һалған шулай.
Эйе, бөгөн берәүҙәр юҡтан бутҡа бешергәндә, Дилбәр кеүек уңғандар Аллаһ биргән ниғмәтте йыйып, ҡот-бәрәкәт арттыра, йәшәйешен болло итә. Уңғандарҙың эше лә, тормошо ла уң, ризығы мул, йәшәйеше бәрәкәтле шул.
А. Ғарифуллина.
Читайте нас: