Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
25 Май 2018, 13:20

Йөҙө яҡты, һүҙе татлы

13 йыл элек район урман хужалығында баш инженер булып эшләгән Владимир Туленков яҙмыш ҡушыуы буйынса, эш урынын бушатырға мәжбүр була. Эшһеҙ-аҡсаһыҙ булмай, һәр кемдең әҙәмсә йәшәгеһе килә. Владимир ҙа оҙаҡ уйланып ултырмай, кредитҡа 50 мең һум аҡса алып үҙ эшен башларға йөрьәт итә.

13 йыл элек район урман хужалығында баш инженер булып эшләгән Владимир Туленков яҙмыш ҡушыуы буйынса, эш урынын бушатырға мәжбүр була. Эшһеҙ-аҡсаһыҙ булмай, һәр кемдең әҙәмсә йәшәгеһе килә. Владимир ҙа оҙаҡ уйланып ултырмай, кредитҡа 50 мең һум аҡса алып үҙ эшен башларға йөрьәт итә.

Шулай итеп район үҙәгендә арендаға бина алып, еңел автомобилдәргә запас частар һатыу менән шөғөлләнә башлай. Әлбиттә, тәүҙә ауырға тура килә уға, әммә тырышлыҡ үҙенең һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмай. Шул уҡ ваҡытта эшен алға ебәреү өсөн Башлеспромға урынлашып парралель рәүештә эшләп тә йөрөй. Бер-нисә йыл ике арала өҙгөләнгәндән һуң, эштән китеп, шәхси эшенә ныҡлап тотона. Тәүҙә тауарҙы 6-сы моделле “Жигули” машинаһы менән ташыһа, бөгөн “Пежо Партнер”ҙа Өфө – Бөрйән араһын тапай.

- Эш асыуға еңелерәк заманға тура килдек, шуға тиҙерәк ыңғайлап китте. Запас частарҙы эш башлағандан алып Өфөнән - сертификаттары булған нөктәләрҙән генә ташыйым, заказ менән дә алып киләм. Клиенттарҙың хәленә инеп яҙҙырып бирергә лә тура килә. Тик ҡайһы берҙәр ышандырып алып, түләргә ашыҡмауы борсой. Шулай уҡ район һәм ауыл хакимиәттәре, мәктәптәр, район дауаханаһы һәм башҡа организациялар менән килешеү нигеҙендә эшләйбеҙ, - ти Владимир Николаевич.

Бөгөн Иҫке Собханғол ауылындағы “Автолюбитель” махсуслашҡан магазины был өлкәлә иң ҙур һәм алдынғыларҙан һанала. Йомош менән килгән һәр кешене хужалар яҡты йөҙ, йылы һүҙ менән ҡаршы ала. Бында кәштәләр бай, тауарҙар сағыштырмаса осһоҙ, хеҙмәтләндереү юғары кимәлдә, шуға һәр ваҡыт кеше лә күп. Владимир Туленковтың саф башҡортса аралашыуы ла ҙур һоҡланыу тыуҙыра. “Мин бит ауыл малайы, ошонда тыуып-үҫтем. Шуға башҡортса яҡшы беләм, хатта, урыҫса һөйләшһәм, акцентың бар тип әйтәләр”, - тине ул был йәһәттән.

Ғөмүмән, Туленковтар өсөн эшҡыуарлыҡ ғаилә бизнесы. Ҡатыны Зөлфиә Факил ҡыҙы, улдары Дмитрий һәм Өфөлә йәшәүсе Вячеслав - Владимир Николаевичтың ныҡлы терәге, ярҙамсылары. Әйткәндәй, улдары Дмитрий ҙа ҡатыны менән бергә эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә, “Тулҡын” магазинын тоталар.

Заман менән бергә ышаныслы атлаған, әленән-әле район күләмендә үткән байрамдарҙа бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән Туленковтар, киләсәккә оло пландар ҡороп - Иҫке Собханғол ауылы хакимиәте алдында пеноблоктан ике ҡатлы итеп төҙөгән бинаны йыһазландырып, эшҡыуарлыҡтарын артабан да киңерәк йәйелдереү уйы менән йәшәй.

Д. БАЙНАЗАРОВ.

Читайте нас: